Эстәлеккә күсергә

Минһажетдинова Мәүзифа Мәғәфүр ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Минһажетдинова Мәүзифа Мәғәфүр ҡыҙы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 6 сентябрь 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Ғәлиәхмәр, Амангилде ауыл Советы, Учалы районы
Вафат булған көнө 14 март 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Ҡобағош, Миндәк ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Минһажетдинова Мәүзифа Мәғәфүр ҡыҙы (6.9.1901-14.3.1989) — нәфис һүҙ оҫтаһы, әкиәтсе[1].

Мәүзифа Мәғәфүр ҡыҙы Минһажетдинова 1901 йылдың 9 сентябрендә Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе (хәҙерге Учалы районы) Ғәлиәхмәр ауылында тыуған.

Тыуған ауылы Ғәлиәхмәр мәҙрәсәһендә белем алып, иҫке төрки грамотаһына эйә булған.

Табын ырыуына ҡараған Ҡобағош ауылына килен булып төшкән. Колхоз производствоһында хеҙмәт иткән.

Туған башҡорт халҡының күп ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрен яҡшы белгән, оҫта итеп әкиәттәр һөйләгән.

XX быуаттың 60-сы йылдарында ғалим-фольклорсы Минһажетдинов М. Х. Мәүзифа Мәғәфүр ҡыҙы Минһажетдинованан утыҙға яҡын әкиәт яҙып алған. Баһалап бөткөһөҙ был ҡоматҡыларҙың бер өлөшө «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығына ингән. Минһажетдинов Марат Хәләф улы уның Мәүзифа Мәғәфүр ҡыҙының Учалы районында абруйлы һәм хөрмәткә лайыҡ кеше икәнен белгән һәм ул һөйләгән әкиәттәрҙе яҙып алған, шуның менән халыҡ рухын сағылдырған бай йөкмәткеле тел гәүһәрҙәрен һаҡлап ҡалған.

Мәүзифа Мәғәфүр ҡыҙы шулай уҡ «Хуш, Уралым!» йырының авторы булып тора[2][3].

1989 йылдың 14 мартында вафат булған, БАССР-ҙың Учалы районы Ҡобағош ауылында ерләнгән.

  • Бәҙретдинов С. М. Ғүмер артында — ғүмер. Өфө, 1996. Сказки Мавзифы Магафуровны Мингажетдиновой //Фольклор народов РСФСР. Уфа, Вып.1.
  1. Минһажетдинова Мәүзифа Мәғәфүр ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Минһажетдинова Мәүзифа Мәғәфүр ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Бәҙретдинов С. М. Ғүмер артында — ғүмер. Өфө, 1996. Сказки Мавзифы Магафуровны Мингажетдиновой //Фольклор народов РСФСР. Уфа, Вып.1.