Минаева Нина Васильевна
Минаева Нина Васильевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 26 ғинуар 1929 |
Тыуған урыны | Архангельск, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 6 декабрь 2009 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй[1] |
Һөнәр төрө | тарихсы |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Минаева Нина Васильевна (26 ғинуар 1929 йыл — 6 декабрь 2009 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, тарихсы, тарих фәндәре докторы, профессор.
500-ҙән ашыу фәнни мәҡәләләр авторы, шул иҫәптән монографиялар.[2]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нина Васильевна Минаева 1929 йылдың 26 ғинуарында Архангельскиҙа Дон ҡазаҡтары Василий Васильевич Минаев (1894—1949) һәм уның ҡатыны Антонина Петровна Таратина (1891—1979) ғаиләһендә тыуа. Минаевтар нәҫеле 1677—1681 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында ҡатнашыусы, Петр I-сенең Азов походтары буйынса көрәштәше Фрол Минаевтарға барып тоташа. Михаил Васильевич Минаевтың туғаны (1889—1961).[3] 1930 йылда ғаилә Мәскәүгә күсеп килә.[4]
1947 йылда 76-сы Мәскәү ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбен тәмамлай һәм Мәскәү дәүләт университетына уҡырға керә. 1952 йылда МДУ тарих факультетын тамамлай. С. В. Бахрушин, К. В. Базилевич, П. А. Зайончковский, С. С. Дмитриев, Н. М. Дружинин уның уҡытыусылары була. Бер аҙ ваҡыт Минаева Мәскәүҙең Киев районындағы 59-сы мәктәптә тарих уҡытыусыһы булып эшләй. Артабан МДУ аспирантураһында уҡый, аспирантураны 1958 йылдың февралендә тамамлай, «Петрашевцы и идеи утопического социализма» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.[5]
1960 йылдан Нина Васильевна В. И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтында (хәҙер Мәскәү дәүләт педагогия университеты, МПГУ) П. И. Кабанов менән тарих факультетында эшләй. Уның докторлыҡ диссертацияһы «Россияның XIX быуат башындағы сәйәси проекттарында конституцион тенденциялар»[6] тип атала. СССР-ҙың Ярославль, Петербург, Выборге, Архангельск, Саратов, Рязань университеттарында лекциялар уҡый.
1990 йылда АҠШ-ҡа Колумбия университетына лекциялар уҡырға саҡырыла. Фәнни конференцияләрҙа ҡатнаша, студенттар, аспиранттар, кафедра докторанттары менән фәнни-методик эш алып бара. МПГУ-ның өс диссертация советы ағзаһы була. "Россия тарихсылары йәмғиәте"н ойоштороу комитеты ағзаһы була.[7]
2004 йыл Н. В. Минаева «Рус ҡаршылығы кешеләре» (Люди русского сопротивления) исемле үҙе һәм ғаиләһе тарихы тураһында бәйән итеүсе, үҙ атаһының фажиғәле яҙмышы тураһында үҙенең хәтирәләр китабында баҫыра.[8]
2009 йылдың 6 декабрендә Мәскәүҙә вафат була.[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://web.archive.org/web/20201002021603/https://infoteka.pw/m/n-v-minaeva/
- ↑ 2,0 2,1 Нина Васильевна Минаева 2020 йыл 2 октябрь архивланған.
- ↑ Страницы истории донского казачества: Михаил Васильевич Минаев (1889—1961)
- ↑ Профессор Н. В. Минаева: портрет в контексте эпохи. К 90-летию со дня рождения.
- ↑ Профессор Н. В. Минаева: портрет в контексте эпохи. К 90-летию со дня рождения.
- ↑ Диссертация доктора исторических наук
- ↑ Список членов Оргкомитета «ОБЩЕСТВА ИСТОРИКОВ РОССИИ» 2020 йыл 24 ноябрь архивланған.
- ↑ Профессор Н. В. Минаева: портрет в контексте эпохи. К 90-летию со дня рождения.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Общественная мысль России и проблемы отечественного конституционализма в XVIII—XIX вв.: научное наследие профессора Н. В. Минаевой и новые исследования» (рус.)
- bookz.ru/authors/nina-minaeva/potaenni_600/1-potaenni_600.html Нина Минаева. Рәсәй конституция потаенной строкой. (рус.)