Мария Бах
Мария Бах | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Австрия |
Тыуған көнө | 11 март 1896[1][2][3][…] |
Тыуған урыны | Вена, Австро-Венгрия[4] |
Вафат булған көнө | 26 февраль 1978[5][6][4] (81 йәш) |
Вафат булған урыны | Вена, Австрия[4] |
Ерләнгән урыны | Венаның Үҙәк зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | композитор, рәссам, пианист |
Уҡыу йорто | Венский университет музыки и исполнительского искусства[d] |
Кемдә уҡыған | Йозеф Маркс[d] |
Музыка ҡоралы | фортепиано |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Мария Бах Викимилектә |
Баронесса Мари́я Эми́лия фон Бах (нем. Marie Emilie Freiin von Bach; 11 март 1896 йыл, Вена — 26 февраль 1978 йыл, шунда уҡ) — Австрия пианисы, скрипкасы, композитор һәм рәссам..
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мария музыкаль ғаиләлә тыуа: уның атаһы, Роберт Бонавентура Майкл Венцель фон Бах, адвокат була, шулай уҡ һынлы сәнғәт һәм музыка менән шөғөлләнә, әсәһе, Элеонора Жозефа Мария Терезия Огюст Бах, композитор һәм йырсы була. 1897 йылда ғаилә Баденға күсеп килә. Ҡыҙ биш йәштән шәхси педагогта музыка менән шөғөлләнә башлай, бер үк ваҡытта фортепиано һәм скрипкала уйнарға өйрәнә[7]. Атаһының йорт оркестрында икенсе скрипка була. Музыка мәктәбен пианист булараҡ тамамлай, 1919 йылдан 1925 йылға тиклем Вена музыка академияһында уҡый, унда уның уҡытыусылары Йозеф Маркс (композиция), Пауль де Конна (фортепиано) һәм Иван Бутников (дирижер) була[8].
Марияның манераһы һуңғы романтиктар, Мусоргский, Скрябин һәм Стравинский йоғонтоһо аҫтында формалаша. 1921 йылда тенор һәи оркестр өсөн «Шутовские песни» (нем. Narrenlieder) циклы менән композитор булараҡ тәүге тапҡыр сығыш яһай. 1920-30 йылдарҙа ул фортепиано квартеты, фортепиано квинтеты, виолончель һәм фортепиано өсөн соната, башҡа камера һәм вокал музыкаһын яҙа
1952 йылда итальян рәссамы Артуро Чьячеллиға кейәүгә сыға, һәм шулай уҡ һынлы сәнғәт менән шөғөлләнә башлай, башлыса пейзаж яҙа. Һуңынан эштәрен күргәҙмәләргә ҡуя башлай, хатта музыкант булыуға ҡарағанда ла, ҙурыраҡ танылыу ала.
1978 йылдың 26 февралендә сығып торған көнкүреш газының ағыуланып һәләк була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.geschichtewiki.wien.gv.at/Maria_Bach
- ↑ https://www.klassika.info/Komponisten/Bach_Maria/lebenslauf_1.html
- ↑ надгробие
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Marx E. Bach Maria // 210 österreichische Komponistinnen vom 16. Jahrhundert bis zur Gegenwart (нем.): Biographie, Werk und Bibliographie — Salzburg, Wien, F: Residenz Verlag, 2001. — S. 50—56. — ISBN 978-3-7017-1215-1
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #119524007 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Maria Bach // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=1611 (нем.)
- ↑ Cecelia Hopkins Porter. Five Lives in Music. — University of Illinois Press, 2012-08-01. — ISBN 9780252037016, 9780252094132.
- ↑ Cecelia Hopkins Porter. Five Lives in Music. — University of Illinois Press, 2012-08-01. — ISBN 9780252037016, 9780252094132.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Страница на сайте Klassika.Info (нем.)
- Мария Бах. Прелюдия колокольчиков (Моравский филармонический оркестр под управлением Манфреда Мюссаэура)