Максимовский төбәге
Максимовский төбәге | |
---|---|
урыҫ :Максимовское урочище | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 6,8 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 21 июль 2005 йыл |
Идара итеүсе ойошма | Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы |
Урынлашыуы | |
53°54′38″ с. ш. 54°25′55″ в. д.HGЯO | |
Максимовский төбәге (рус. Максимовское урочище) — төбәк әһәмиәтендәге ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005).
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлшәй районы Клиновка ауылынан көньяҡҡа табан 3 саҡрым алыҫлыҡта Липовка йылғаһының[1] һул ярындағы таулы участка. Майҙаны — 6,6 гектар. Пермдең татар ярусы терриген тоҡомдарынан тора. Ландшафы төньяҡ текә битләүҙәрҙә сәскәгә бай ҡоро болондарҙан һәм киң япраҡлы имән, йүкә, йыла ҡатнаш урмандарҙан ғибәрәт. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китаптарына ингән ҡаурый ҡылған, ҡыҙыл ойошһеркә, шырттөклө еҙүлән, орхидея кеүек һирәк үҫемлек төрҙәре үҫә. Башҡортостанда реликт ҡуян кәрешкәһе үҫкән берҙән-бер урын булып тора[2].
Ҡомартҡы фәнни һәм экологик әһәмиәткә эйә.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 11 апрелендәге 161-сө Ҡарары менән урман ултыртыу йәки ҡырҡыу (санитариянан башҡа), көтөүлек, үҫемлектәрҙе йыйыу, битләүҙәрҙе һөрөү, геологик разведка, теләһә ниндәй төҙөлөш, тау эше һәм тракт биоценозының йәшәү шарттарының насарайыуына һәм экосистеманың бөтөнлөгөн боҙоуға килтереүе мөмкин булған теләһә ниндәй эшмәкәрлек тыйыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дим йылғаһы бассейны
- ↑ Урочище Максимовское . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Максимовский төбәге // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 ғинуар 2022)
- Урочище Максимовское . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).