Макарска
Макарска | |
хорв. Makarska | |
Рәсми атамаһы | Makarska |
---|---|
Этнохороним | macarschesi һәм macarensi |
Дәүләт | Хорватия |
Административ-территориаль берәмек | Сплитско-Далматинская жупания[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC 1:00[d] |
Халыҡ һаны | 13 301 кеше (31 август 2021)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 0 метр |
Туғандаш ҡала | Травник[d] |
Майҙан |
37,8 км²[2], 26 км²[2] |
Почта индексы | 21300[3] |
Рәсми сайт | makarska.hr |
Изге ҡурсалаусы | Климент I[d] |
Урындағы телефон коды | 021 |
Номер тамғаһы коды | MA |
Макарска Викимилектә |
Макарска[4] (хорв. Makarska) — Хорватияла, Далмациялағы ҡала. Курорт, Макарска ривьераһының башҡалаһы. Адриатика ярының үҙәк өлөшөндә Сплит (60 км) һәм Дубровник (140 км) ҡалалары араһында урынлашҡан. Халыҡ һаны 13 716 кеше (2001).
Макарска ҡалаһынан Хорватияның эре ҡалаларына даими автобус бәйләнеше бар, шулай уҡ Брач утрауындағы Сумартин ҡалаһына паром менән бәйле.
Диңгеҙ менән тәбиғәт паркы булған Биоково тау массивтары араһындағы тар һыҙатта урынлашҡан. Биоково тауының иң бейек түбәһе Изге Юрий тауы (1762 м). Изге Петр мороно Макарска ҡалаһы эсендәге диңгеҙ яры буйын ике бухтаға бүлә. Көнсығыш бухтала, изге Петр Осеява моронона тиклем порт һәм яхта причалдары урынлашҡан, шул уҡ ваҡытта көнбайыш өлөшө пляждар менән курорт зонаһы булып тора, унда йөрөү өсөн оҙон яр буйында кафелары, отель һәм магазиндары менән Маринета һуҙыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаҙыу эштәре күрһәтеү буйынса, диңгеҙҙән ике морон менән ҡапланғанбухта ярҙарындағы ултыраҡ халыҡ рим дәүеренән йәшәп килә. 533 йылда Мукурум ултырағында хәҙерге Макарска ҡалаһында епархия ойошторола.
VII быуатта райондың бөтә яр һыҙығына славяндар күсеп ултыра, уларҙы Макарска ривьераһынан көньяҡтараҡ диңгеҙгә ҡойоусы Неретва йылғаһы исеме менән неретвандар тип йөрөтәләр. 887 йылдың 18 сентябрендә дож Петр Кандиандың флотын хәҙерге Макарсканан алыҫ булмаған диңгеҙ һуғышында славяндар ҡыйрата, бынан һуң венецианлылар бындағы һыуҙарҙа ирекле йөҙөп йөрөү өсөн урындағы ҡәбиләләргә яһаҡ түләргә мәжбүр була.
Әммә тиҙ арала урындағы кенәздәрҙең төкәнмәҫ ҡеүәте бөтә. Бер нисә быуат был ерҙәр өсөн урындағы босния кенәздәре, венгрия королдәре һәм Венеция көрәшә, яуҙарҙа йә бер яҡ, йә икенсе яҡ еңә. XV—XVI быуаттарҙа Макарска тирәһендә ерҙәр тағы көрәш аренаһына әйләнә, был юлы Венеция менән Ғосман империяһы талаша.
Төрөктәр XVI быуатта ултыраҡты баҫып ала һәм 100 йылдан ашыу дауамында уны контролдә тота, был ваҡытта ул венеция һөжүмдәрен кире ҡағыуға һәләтле яр буйҙарында нығытылған төп форттарҙың береһе була. 1646 йылда районды яңынан венециялылар контролдә тота башлай, ә 1681 йылда Макарска рәсми рәүештә Венецияға ҡушыла. Артабанғы Венецияның хакимлығының 100 йылы эсендә ҡала ныҡ үҫә һәм Далмацияның мөһим пункттарының береһе булып ҡала, диңгеҙ һәм ҡоро ер сауҙа юлдарын тоташтырыу урыны булып тора.
1797 йылда Макарска Хорватия кеүек үк Австрияға ҡушылған була. Бер аҙ француз хакимлығынан һуң 1813 йылда тағы австрия тажы власы аҫтына эләгә.
1914 йылда бында курортсылар өсөн беренсе ҡунаҡхана асыла, әммә Макарска ривьераһының курорт зонаһы булараҡ алға китеше XX быуаттың 70 йылдарында башлана.
1990 йылда Югославия тарҡалғандан һуң Макарска һәм Макарска Ривьера — Хорватияның бойондороҡһоҙ өлөшө. Дубровниктан һәм башҡа хорват далмацияһы ҡалаларынан айырмалы рәүештә, ҡала 90 йылдарҙағы граждандар һуғышында зыянды әҙерәк күрә. Һуғыш тамамланғандан һуң ҡала һәм төбәктең туристик индустрияһы көслө үҫеш кисерә.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Макарскаға урта диңгеҙ климаты хас. Ҡышын температура уртаса 10 °С., йәй яҡынса 25 °С.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | {{{Янв_а_макс}}} | 23,4 | 23,7 | 26,5 | 29,5 | 34,0 | 36,2 | 37,5 | 32,2 | 28,4 | 23,5 | 20,6 | 37,5 |
Уртаса максимум, °C | {{{Янв_ср_макс}}} | 13,0 | 14,9 | 17,7 | 22,3 | 26,4 | 29,5 | 29,5 | 26,0 | 21,8 | 16,8 | 13,7 | 20,4 |
Уртаса минимум, °C | 5,9 | 5,9 | 7,7 | 10,5 | 14,7 | 18,3 | 20,9 | 20,8 | 17,7 | 14,3 | 10,1 | 7,2 | 12,8 |
Абсолют минимум, °C | −6,6 | −4,7 | −4,4 | 2,7 | 6,6 | 10 | 12,8 | 12,1 | 10 | 4,9 | −0,2 | −4,4 | −6,6 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 68 | 56 | 63 | 54 | 47 | 34 | 26 | 45 | 64 | 79 | 94 | 83 | 713 |
Сығанаҡ: Виртуальный гид |
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Макарсканың иҡтисади нигеҙен, бөтә төбәктәрендәге кеүек үк, туризм үтәй.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ален Бокшич, хорват футболсыһы. 1990 йылдарҙа донъяла иң яҡшы һөжүмселәрҙең береһе. Хорватияның футбол буйынса йыйылма командаһының тренерҙар штабы ағзаһы була.
- Гроздан Кнежевич, хорват архитекторы, 1928 йылда тыуған
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Боронғо ҡала — тар урамлы таш түшәлгән типик далматин боронғо ҡалаһы.
- Изге Марк сиркәүе — ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан, Качича-Миошич майҙанында. XVIII быуат төҙөлгән.
- Изге Петр сиркәүе — Изге Петр морононда урынлашҡан, XIV быуат башында төҙөлгән, һуңыраҡ тулыһынса емерелгән. XVII быуат аҙағында барокко стилендә тергеҙелә. 1962 йылда көслө ер тетрәүҙән зыян күрә. 1992 йылда ғына реконструкциялау тулыһынса тамамлана
- Франциск монастыры — монастырь боронғо ҡаланың көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан, XV быуат башында төҙөлгән, унан алып бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡоролған. Франциск монастырындағы элекке шарап подвалының өлөшө ҡабырсаҡ музейына бирелә
- Макарсканың тирә-яғы бик матур, йәйәү йөрөү өсөн идеаль урын булып тора, тауҙарҙа йөрөү өсөн — Биоково массивы, тигеҙлектә йөрөү өсөн — диңгеҙ буйҙары.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Popis stanovništva, kućanstava i stanova 2021. – stanovništvo prema starosti i spolu po naseljima, 2021 Croatian census: population data by age, sex, settlement — Статистическое бюро Хорватии, 2022.
- ↑ 2,0 2,1 https://dgu.gov.hr/registar-prostornih-jedinica-172/172
- ↑ https://www.posta.hr/preuzimanje-podataka-o-postanskim-uredima — 2022.
- ↑ Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 295. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.