Исмәғили әҙәбиәт
Уҡыу көйләүҙәре
Исмәғили әҙәбиәт |
Исмәғили әҙәбиәт (ғәр. الأدب الإسماعيلي; рус. Исмаилитская литература) — ғәрәпсә, фарсы, урду һ. б. телдәрҙә исмәғили шиғыйҙарҙың дини-фәлсәфәүи трактаттары һәм нәфис әҙәбиәте.
Шиғый имамы Жәғәфәр әс-Садиҡтың улы Исмәғил исеменән сыҡҡан ағымдың Яҡын Көнсығыш территорияһында VIII быуатта ортодоксаль сөнни мосолмандарға ҡаршы барлыҡҡа килә.
Исмәғили әҙәбиәт исламда белем һәм интеллектуаль йүнәлеш эҙләүҙе фанатик пропагандалау менән тасуирлана. Исмәғилиҙәр Һиндостанда һәм мосолман Африкаһы биләмәһендә төрлө телдәрҙә бик күп китаптар һәм гәзиттәр сығара.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. А. Иванов. Ismaili literature: a bibliographical survey; second amplified edition of «A guide to Ismail literature», London, 1933, Tehran University Press, (1963)
- Исмәғили әҙәбиәт — Краткая литературная энциклопедия