Эстәлеккә күсергә

Имашев Урал Булат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Имашев Урал Булат улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 ғинуар 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 3 февраль 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (73 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө нефть химияһы сәнәғәте[d]
Эш урыны Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Имашев Урал Булат улы (17 ғинуар 1945 йыл3 февраль 2018 йыл) — ғалим-химик, йәмәғәтсе. 1981—1992 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының органик химия кафедраһы мөдире, 1992—1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Нефтехимик эшкәртеү проблемалары институты директоры. 1992—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Д. И. Менделеев исемендәге Химиктар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995), химия фәндәре докторы (1980), профессор (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1995). Д. Ф. Варфоломеев исемендәге премия лауреаты (2006). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Театр эшмәкәрҙәре Ғәлиә менән Булат Имашевтарҙың улы.

Урал Булат улы Имашев 1945 йылдың 17 майында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Учалы ауылында тыуған. 1968 йылда Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң ошо юғары уҡыу йортонда эшләй (өҙөклөк менән), 1981 йылдан алып органик химия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1991—1992 йылдарҙа — проректор, 1992—1997 йылдарҙа Нефтехимия эшкәртеү проблемалары институты директоры һәм «Нефтехимпереработка институты»ның генераль директоры.

Ғалим 2018 йылдың 3 февралендә Өфөлә вафат булды[1].

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни хеҙмәттәре һыҙыҡлы һәм циклик ацеталдәр, углеродтың көкөртлө окисы нигеҙендәге тиоэфирҙар химияһы һәм технологияһы проблемаларына арналған. Имашев тарафынан ацеталдәрҙең гетеро- һәм гомолитик реакцияларының законлыҡтары билдәләнә, полифункциональ гетероорганик берләшмәләр алыуҙың яңы ысулдары табыла, юғары һөҙөмтәле эреткестәр, пластификаторҙар, коррозия ингибиторҙары производствоға индерелә. Ул, мазутты яңы катализаторҙар һәм тулҡынлы резонанс тәьҫирен файҙаланып, эшкәртеүҙең технологик процессын һәм фәнни нигеҙҙәрен эшләй.

  • Деметаллизация нефтей и нефтепродуктов. М., 1992; Окисление и стабилизация дизельных топлив. М., 1995 (авторҙаш); Основы органической химии М., 2011.