Ильясов Спартак Мөжәүир улы
Ильясов Спартак Мөжәүир улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 7 ноябрь 1941 (83 йәш) |
Тыуған урыны | Ыҫтамғол, Урал ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы, прозаик |
Ильясов Спартак Мөжәүир улы (7 ноябрь 1941 йыл — 2 апрель 2022 йыл) — комсомол һәм партия органдары, ауыл хужалығы ветераны, яҙыусы, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. 2012 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015), М. Буранғолов исемендәге әҙәби премия лауреаты (2012).[1]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Спартак Мөжәүир улы Ильясов 1941 йылдың 7 ноябрендә]] Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ҡорама ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Атаһы Мөжәүир Абдулхан улы — һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, әсәһе Хәтимә Сәлимгәрәй ҡыҙы ла уҡытыусы. Ата-әсәһе репрессия һәм һуғыш йылдарын үткән кешеләр. Улар һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерә. Спартак дүртенсе улдары була.[2]
10-сы синыфты тамамлағас Спартак «Поляковка» совхозында йылҡы көтөүсеһе була, шул ваҡытта уҡ йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. һәләтле йәш кешене Учалы районы комсомол комитеты үҙ аппаратына инструктор итеп эшкә ала. Өс йыл армия сафында хеҙмәт иткәндән һуң, ул тағы ла комсомол эшенә килә. «Байрамғол» совхозының ВЛКСМ комитеты секретары була. Башҡорт ауыҙ-тел ижадын яҡшы белгән Спартак Ильясов тотош Рәсәйгә билдәле булып киткән «Ләйсән» бейеү ансамблен ойоштора.[2]
1964—1969 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһында К. А. Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһында уҡый. Уны тамамлағандан һуң (1969), партия эшендә була. Учалы районындағы ауыл хужалығы предприятиеларында 29 ауылды берләштергән партия комитеты секретары, артабан колхоз рәйесе, райондың ауыл хужалығы идаралығы белгесе, совхоз директоры кеүек төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләй. 1998—2001 йылдарҙа Силәбе дәүләт педагогия университетының Учалы филиалы уҡытыусыһы була.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана һәм 75 йәше тулғансы шунда эшләй.
2022 йылдың 2 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат булды[3].
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге хикәйәләре республика матбуғатында студент йылдарында баҫылып сыға. С. Ильясовтың «Барын-Табын хәтере» тигән беренсе китабы 2008 йылда баҫылып сыға. 2010 йылда «Китап» нәшриәтендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә арналған «Яраһыҙ яралары» китабы баҫылып сыға. 2012 йылда легендар тарихи шәхес — Мөхәмәтғолой Көсөков тураһында «Ҡолой-кантон» китабы баҫылып сыға, китап 1812 йылда ике башҡорт полкының парижға тиклем юлы тураһында.[2][4]
С. Ильясовтың иң сағыу әҫәрҙәренең береһе — «Биғылый» повесы. Шул уҡ исемле романда һүрәтләнгән ваҡиғалар реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Спартак Ильясов — «Көйөлдө», «Ирәмәлкәй», «Малбай», «Зарыҡай», «Бутис палкауник»,«Хәжирә йыры», «Кәкүккәй», «Кинйәкәй», «Ҡасҡындар ҡобайыры», «Төхвәт кантон» кеүек көнсығыш башҡорт ырыуҙарының йырҙарын башҡаларҙы һаҡлаусы, терелтеүсе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015)
- М. Буранғолов исемендәге әҙәби премия лауреаты (2012)
- СССР-ҙың Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары
- Табын ырыуының арҙаҡлы шәхесе
- «Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына — 100 йыл» юбилей миҙалы.[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Региональный энциклопедиеский портал «Башкортостан»
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 10 НОЯБРЬ 2020
- ↑ Ушел из жизни известный башкирский писатель Спартак Ильясов. ИА Башинформ, 3 апреля 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 апрель 2022)
- ↑ ТЕАТРАЛЬНЫЕ МУЗЕИ И АРХИВЫ РОССИИ И РУССКОГО ЗАРУБЕЖЬЯ