Эстәлеккә күсергә

Гәрәев Мәхмүт Әхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гәрәев Мәхмүт Әхмәт улы
татар. Мәхмүт Әхмәт улы Гәрәев
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР һәм Рәсәй
Тыуған көнө 23 июль 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Силәбе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 25 декабрь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[2] (96 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Федераль хәрби мемориаль зыярат[d]
Туған тел татар теле
Һөнәр төрө тарихсы, хәрби хеҙмәткәр
Эшмәкәрлек төрө Хәрби эш[3], военная история[d][3], офицер[3], военный командир[d][3], военный историк[d][3], военный теоретик[d][3] һәм Һалдат[3]
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d] һәм хәрби фәндәр докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание генерал армии[d]
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы, Афған һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм Совет-япон һуғышы[d]
Ғәскәр төрө пехота[d] һәм мотострелковые войска[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Японияны еңгән өсөн» миҙалы Жуков миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Почёт ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены орден «За заслуги перед Отечеством» III степени Александр Невский ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» II степени орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы "Кёнисбергты алған өсөн" миҙалы медаль «За укрепление боевого содружества» «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы Дуҫлыҡ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы медаль «В память 850-летия Москвы» "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы медаль «За Одру, Нису и Балтику» медаль «Воину-интернационалисту от благодарного афганского народа» «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалы орден Александра Невского
 Гәрәев Мәхмүт Әхмәт улы Викимилектә

Гәрәев Мәхмүт Әхмәт улы (23 июль 1923 йыл — 25 декабрь 2019 йыл) — СССР һәм Рәсәй хәрби эшмәкәре, отставкалағы армия генералы, хәрби фәндәр һәм тарих фәндәре докторы[4][5], профессор. Хәрби теоретик.

Мәхмүт Әхмәт улы Гәрәев Силәбе ҡалаһында тыуған. Атаһы Әхмәт Гәрәев (1881) — эшсе. Әсәһе, Гәрәева Рәхимә (1892) — хужабикә. Оҙаҡ ваҡыт ғаилә Урта Азияла йәшәй.

1939 йылда Мәхмүт Гәрәев үҙ теләге менән РККА-ға хеҙмәткә китә. 1941 йылда В. И. Ленин исемендәге Ташкент Ҡыҙыл Байраҡлы пехота училищеһын тамамлай. 19411942 йылдарҙа Урта Азия хәрби округында взвод командиры була. Пехота команда составын камиллаштырыу буйынса «Выстрел» юғары атыу-тактика курстарында уҡый.

1942 йылдың декабренән — Бөйөк Ватан һуғышында: Көнбайыш һәм 3-сө Белорус фронтында һуғыша. Уҡсылар батальоны командиры урынбаҫары, уҡсылар бригадаһы штабының оператив бүлеге начальнигының ярҙамсыһы һәм урынбаҫары, шул бүлектең начальнигы була. 1944 йылдың июненән — 45-се уҡсылар корпусы штабы офицеры. 1942 йылда Ржев эргәһендәге һуғышта яралана, 1944 йылда йәнә башы йәрәхәтләнә.

1945 йылдың февраль айында госпиталдән сыҡҡас, Алыҫ Көнсығышҡа 5-се армия штабының оператив бүлегенә өлкән офицер итеп ебәрелә. Уның составында 1-се Алыҫ Көнсығыш фронтында 1945 йылдың авгусында совет-япон һуғышында ҡатнаша.

СССР-ҙа хәрби хеҙмәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
2002 йылдың 9 майы
Икенсе донъя һуғышында ҡатнашыусы Рәсәй һәм Ҡытай ветерандары менән осрашыуҙа. 2010 йыл, 26 сентябрь
Советтар Союзы маршалы Дмитрий Тимофеевич Язов менән. 2014 йыл, 8 ноябрь

Һуғыштан һуң, 1947 йылға тиклем хеҙмәтен Алыҫ Көнсығыш хәрби округының 5-се армия штабында дауам итә. 1950 йылда Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлай. 19501957 йылдарҙа — полк штабы начальнигы, Белорус хәрби округының штабы оператив идаралығының өлкән офицеры, Белорус хәрби округының 307-се гвардия уҡыу-уҡытыу мотоуҡсылар полкының. 45-се уҡыу-уҡытыу танк дивизияһы командиры, 120 гвардия мотоуҡсылар дивизияһы штабы начальнигы.

1959 йылда Генераль штабтың Хәрби академияһын тамамлай. 1959 йылдан — дивизия командиры урынбаҫары, танк һәм мотоуҡсылар дивизияһы командиры, Белорус хәрби округының 28-се дөйөм ғәскәри армияның штабы начальнигы

19701971 йылдарҙа — Берләшкән Ғәрәп Республикаһында баш хәрби советнигы була. 1971 йылдан — Урал хәрби округы штабы начальнигы 1974 йылдың февраленән — Генераль штабтың Хәрби-фәнни идаралыҡтың начальнигы, Генераль штабтың баш оператив идаралығы начальнигы урынбаҫары, 1984 йылдан — СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының етәксе урынбаҫары. Генерал-полковник (30.10.1978).

1989 йылда Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингентын сығарғандан һуң, унда Баш хәрби советник була. Президент Нәжибулланың хөкүмәт ғәскәрҙәренең хәрби операцияһын планлаштырыуҙа ҙур роль уйнай.

1990 йылда СССР Оборона Министрлығының генераль инспекторҙар төркөмөндә Хәрби советник — инспектор вазифаһын биләй. 1992 йылдан — отставкала.

Ғилми һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

60-70 йылдарҙа уҡ хәрби-фәнни эштәр менән әүҙем шөғөлләнә башлай. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, 300-ҙән ашыу мәҡәләләре журнал, гәзитәрҙә баҫылып сыға. «Тактика һәм маневрҙар тәғлимәте», «М. В. Фрунзе — хәрби теоретик», «Дөйөм ғәскәри тәғлимәттәр», «Мәғәнәһеҙ һуғыш биттәре», «Минең һуңғы һуғыш», «Әгәр иртәгә һуғыш башланһа?..» тип аталған китаптар яҙа.

1995 йылдың февралендә Хәрби фәндәр академияһы булдырылғандан һуң, уның президенты итеп һайлана. Бөйөк Ватан һуғышы тарихы мәсьәләләрен өйрәнеү менән шөғөлләнә. Фәнни бәхәстәрҙә әүҙем ҡатнаша, һуғыш тарихын фальсификацияуға ҡаршы сығыш яһай. СССР-ҙың фашизмға ҡаршы еңеүе менән бәйле ризаһыҙ ынтылышты хәҙерге Рәсәйгә ҡаршы кампаниялар пропагандаһы тип һанай[6]. Ғилми йыйынтыҡтарға һуғыш тураһында алда билдәһеҙ булған меңәрләгән документтарҙы индерә. «Һуғыш — 1-се һанлы Директива» тапшырыуында сығыш яһай.

Бынан тыш — Рәсәй Федерацияһы Оборона Министрлығының генераль инспекторҙар идаралығының генераль инспекторы, Рәсәй Федерацияһының Оборона Министрлығы ҡарамағында йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһының Хөкүмәте ҡарамағындағы Хәрби-сәнәғәт комиссияһы эргәһендәге Йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары[7].

М. Ә. Гәрәевтең «Рәсәй XX быуаттағы һуғыштарҙа» лекцияһы менән 2004 йылдың 25 мартында Полит.ру. асыҡ лекциялар асыла[8].

2011 йылдың 3 мартында Рәсәй Федерацияһы суд системаһына ышаныстың информацион бөтөрөлөүенә ҡаршы йәмәғәтселек вәкилдәренең мөрәжәғәтенә ҡул ҡуя.

Мәхмүт Әхмәт улы Гәрәев 2019 йылдың 25 декабрендә Мәскәүҙә вафат булды[9].

Ленин ордены, дүрт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Александр Невский ордены, ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, II һәм III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» миҙалдары, шулай уҡ сит ил ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә. 2013 йылда III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнә[10].

1998 йылда «Маршал Жуков. Полководец сәнғәтенең бөйөклөгө һәм уникаллеге» (1996 йыл) тигән китабы өсөн беренсе булып Советтар Союзы маршалы Г К. Жуков исемендәге Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһына лайыҡ була[11][12].

  1. Record #54423271 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Ушел из жизни генерал армии Махмут Гареев
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Чешская национальная авторитетная база данных
  4. ПОЛИТ.РУ \ ДОКУМЕНТЫ \ Махмут Гареев: избранные моменты из биографии и библиографии 2009 йыл 1 март архивланған.
  5. Махмут Гареев — человек, генерал, ученый — ОРУЖИЕ РОССИИ, Каталог вооружения, военной и специальной техники 2013 йыл 21 сентябрь архивланған.
  6. 7 вопросов Махмуту Гарееву, генералу армии // Русский репортёр, № 17 (47), 8 мая 2008
  7. Г. Миранович. Школа генерала Гареева. «Красная Звезда», 19 июля 2013. 2016 йыл 29 декабрь архивланған.
  8. Махмут Гареев. «Россия в войнах XX века» 2009 йыл 26 август архивланған.
  9. Ушел из жизни легендарный военачальник Махмут Гареев. ИА «Башинформ», 2019, 25 декабря (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2019)
  10. В Кремле Владимир Путин вручил орден генералу Махмуту Гарееву
  11. Указ Президента РФ от 25.05.1998 № 583 «О присуждении Государственной премии Российской Федерации имени Маршала Советского Союза Г. К. Жукова за 1998 год». «Московский журнал» — 2002 — № 6. официальный сайт Президента Российской Федерации.(недоступная ссылка)
  12. Определены лауреаты Государственной премии Российской Федерации имени Маршала Советского Союза Г. К. Жукова. официальный сайт Министерства обороны Российской Федерации. 2016 йыл 5 март архивланған.
  • Рубцов Ю. В. Президент Академии военных наук М. А. Гареев // Новая и новейшая история. — 2003. — № 4;
  • Президенту Академии военных наук генералу армии М. А. Гарееву — 90 лет // Новая и новейшая история. — 2013. — № 4.