Эстәлеккә күсергә

Грузия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Грузия
груз. საქართველო
Флаг {{{Герб урынына}}}
Девиз: «груз. ძალა ერთობაშია»
«Берҙәмлектә көс»
Гимн: «Бойондороҡһоҙлоҡ»
Үҙаллылыҡ датаһы 26 май 1918 йыл
(ЗДФР-ҙан)
9 апрель 1991 йыл ( СССР[* 1])
Рәсми телдәр грузин теле[* 2]
Баш ҡала Тбилиси
Эре ҡалалар Тбилиси, Кутаиси, Батуми, Рустави, Зугдиди, Гори, Поти, Сухуми[* 3], Цхинвали[* 4],
Идара итеү төрө Парламент-президент республикаһы
Президент
Премьер-министр
Парламент Спикере
Саломе́ Зурабишви́ли
Георгий Гахария
Арчил Талаквадзе
Территория
• Бөтәһе
118
69 700 км² [* 5][1][2] / без Южной Осетии
и Абхазии
— 57200 км²
Халыҡ
• Һаны (2016)
• Перепись (2014)
• Халыҡ тығыҙлығы

3 720 400[3] чел. (130)
3 713 804 чел.
65 чел./км²
ЭТП (ППС)
  • Бөтәһе
  • На душу населения

37,209 млрд[4]долл.
9,1722[4] долл.
ЭТП (номинал)
  • Бөтәһе
  • Бер кешегә

16,535 млрд[4]долл.
4,286[4] долл.
КПҮИ (2013) 0,745[5] (высокий) (72 урын)
Валюта грузинский лари[d][6]
Интернет-домен .ge[d]
Код ISO GE
МОК коды GEO
Телефон коды 995
Сәғәт бүлкәте UTC 4:00[d] һәм Грузинское время[d]

Гру́зия, Гөржөстан (груз. საქართველო [sɑkʰɑrtʰwɛlɔ], Сакартве́ло) — Кавказ аръяғының көнбайыш өлөшөндә һәм Ҡара диңгеҙҙең көнсығыш ярҙарында урынлашҡан дәүләт[7][8][9][10], Алғы Азияға һәм Яҡын Көнсығышҡа ҡарай[* 6][* 7]; йыш ҡына хәҙерге Европаның бер өлөшө булып та ҡарала[25].

Грузия көнбайышта Ҡара диңгеҙ һыуҙары менән йыуылһа, көнсығышта һәм төньяҡта Рәсәй, көньяҡта — Әрмәнстан һәм Төркиә, көньяҡ-көнсығышта — Әзербайжан менән сиктәш. Өлөшләтә танылған Абхазия һәм Көньяҡ Осетия биләмәләренә грузин хөкүмәте ғәмәлдә (де-факто) контроллек итмәй. Грузия, ОБСЕның Парламент Ассамблеяһы, Америка Ҡушма Штаттары һәм Европа комиссияһы тарафынан улар Грузияның Рәсәй баҫып алған ерҙәре тип иҫәпләнә[26][* 8][28].

Дәүләттең символдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Грузияның хәҙерге флагы 2004 йылда махсус «Флаг тураһында Закон» менән раҫланған. Унда флагтың нисбәтен күрһәткән схема бирелгән: оҙонлоғоның киңлеге нисбәте — 3:2. Тәренең киңлеге дөйөм флаг киңлегенең 1/5 өлөшөн тәшкил итә.

Грузия гербы — уның дәүләт символы. Хәҙерге герб 2004 йылдың 1 октябрендә ҡабул ителгән. Ул ҡыҙыл ҡалҡанға эшләнгән Грузияның ҡурсалаусыһы, дейеүҙе һөңгө менән сәнсеп үлтереүсе Изге Георгийҙың көмөш фигураһынан ғибәрәт. Ҡалҡан грузин монархтары ырыуы Багратиониҙарҙың алтын батша коронаһы менән уратылған, уны ике алтын арыҫлан тотоп тора. Ҡалҡан аҫтына «Берҙәмлектә — көс» тигән девиз яҙылған таҫма бар. Герб өлөшләтә Багратиониҙарҙың урта быуаттағы гербына нигеҙләнгән.

19181921 йылдарҙа бойондороҡһоҙ Грузия республикаһының үҙ символикаһы була. Ул ваҡыттағы дәүләт гербы алтын орнамент менән ҡаймаланған ете сатлы йондоҙҙан ғибәрәт. Уның үҙәгендә алтын тояҡлы аҡ атҡа атланған Изге Георгий һүрәтләнгән ҡалҡан урынлашҡан. Уның уң ҡулында көрәшкә әҙер торған көмөш башлы алтын — һөңгө, ә һулында — ҡалҡан (терһәгендә, атының һул ҡабырғаһында). Изге Георгийҙың баш осонда һигеҙ сатлы йондоҙ балҡый; йондоҙҙоң һул яғында — ай, уң яғында — ҡояш; һул йондоҙ — ай, ә уң яҡтан — ҡояш. Ай һәм ҡояштан аҫтараҡ, тағы ике һигеҙ сатлы йондоҙ урынлашҡан. Ат аҫтында тау һүрәтләнгән. Гербтың авторы — академик Евгений Лансере.

1991 йылда, бойондороҡһоҙлоҡ тергеҙелгәндән һуң, 1918 йылдағы герб ҡабаттан ҡабул ителә. 2004 йылда хәҙерге гербҡа алмаштырыла.

1921 йылда Грузияла совет власы урынлаштырыла һәм 25 февралдә Грузия ССР-ы ойошторола. 1922 йылдың 12 мартынан ул ЗСФСР составына инә. Грузияның элекке гербы ғәмәлдән сығарыла. Артабан ЗСФСР (1936) һәм Грузия ССР-ы гербы ҡулланыла. Гербтың авторҙары — академиктар Евгений Лансере менән Иосиф Шарлеман. Грузия ССР-ы өлөшләтә элекке герб мотивтарын ала (атап әйткәндә, орнаментта ете сатлы йондоҙ бар).

Грузия Республикаһының Дәүләт гимны — флаг һәм герб менән бер рәттән Грузияның төп дәүләт символы. Гимн көйө Захарий Палиашвилиның (18711933) «Даиси» («Сумерки») һәм «Абессалом менән Этери» операларынан алынған. Гимн тексының авторы — билдәле грузин шағиры Давид Маградзе. Ул шулай уҡ классик грузин шағирҙары Акакий Церетели, Важа Пшавела, Григола Орбелиани һәм Галактион Табидзе әҫәрҙәренән цитаталар ҡулланған.

Комментарийҙар
  1. 9 апреля 1991 года считается в Грузии днём восстановления государственной независимости, а как день независимости празднуется дата провозглашения Грузинской Демократической Республики 26 мая 1918 года. Грузинская ССР, входившая с 1922 по 1936 год в состав ЗСФСР, а с 1936 по 1991 год в состав СССР, также часто считается правопреемником Грузинской Демократической Республики, что, однако, расходится с официальной позицией Грузии (см. раздел Вопрос преемственности)
  2. Абхазский язык номинально имеет официальный статус на территории Автономной Республики Абхазия, которая не контролируется Грузией после распада СССР и является фактически частично признанным государством Республика Абхазия
  3. Согласно Конституции Грузии, Абхазия входит в состав Грузии как автономная республика. Фактически Абхазия является частично признанным государством, территория которого Грузией не контролируется.
  4. Данный населённый пункт расположен в Южной Осетии. Согласно Конституции Грузии, Южная Осетия входит в состав Грузии. Фактически Южная Осетия является частично признанным государством, территория которого Грузией не контролируется.
  5. включая частично признанные государства Абхазия (8600 км²) и Южная Осетия (3900 км²)
  6. При проведении границы Европа-Азия по Кумо-Манычской впадине, которой придерживается Британника[11], Грузия целиком расположена в Передней Азии. "Для статистического удобства" Грузия также классифицирована частью региона «Западная Азия» ООН[12]. В своём справочнике ЦРУ относит Грузию частично к Европе и Передней Азии,[13]. Аналогично поступает популярный научно-познавательный журнал National Geographic.[14]
  7. Многие англоязычные источники относят страну к Ближнему Востоку[15][16][17][18][19] или северную часть страны к Восточной Европе, остальную к Передней Азии[20][21][22][23][24]
  8.  (инг.)
    Администрация Обамы по-прежнему имеет серьёзные разногласия с российским правительством по поводу Грузии. Мы продолжаем призывать Россию прекратить её оккупацию грузинских территорий Абхазии и Южной Осетии, и параллельно работаем с российским правительством, чтобы предотвратить дальнейшие военные эскалации в регионе. Мы стали свидетелями некоторых увеличивающихся мер по укреплению доверия, таких как открытие границы в Верхнем Ларсе и разрешение прямых чартерных рейсов между двумя странами, и продолжаем настаивать на укреплению Механизмов предотвращения и реагирования инцидентов и возвращении международных наблюдателей в два оккупированных региона Грузии.
Ҡулланылған әҙәбиәт һәм сығанаҡтар
  1. The World Factbook. Country profile: Georgia. (ингл.). ЦРУ США (2012). Дата обращения: 6 сентябрь 2012. 2015 йыл 16 октябрь архивланған.
  2. Jacques Leclerc. Géorgie (фр.). Университет Лаваля (29 sept. 2011). Дата обращения: 6 сентябрь 2012. Архивировано 14 октябрь 2012 года. 2012 йыл 25 декабрь архивланған.
  3. Численность населения на начало года в 2000—2016 гг. Национальная статистическая служба Грузии. Дата обращения: 28 апрель 2016. (инг.)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Международный Валютный Фонд, World Economic Outlook Database, April 2015
  5. Human Development Report 2013 (ингл.). United Nations Development Programme (2013). Архивировано 13 август 2013 года. 2013 йыл 18 август архивланған.
  6. 6,0 6,1 https://nbg.gov.ge/georgian-money/history
  7. Закавказье // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  8. Закавказье // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  9. Книга: БЭС|Закавказье
  10. Закавказье // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  11. Британника
  12. «Западная Азия»
  13. Ближнему Востоку 2015 йыл 16 октябрь архивланған.
  14. Азии
  15. CIA — The World Factbook — Middle East 2010 йыл 24 март архивланған.
  16. Map Machine: View From Above @ nationalgeographic.com 2009 йыл 22 март архивланған.
  17. Atlas — Xpeditions @ nationalgeographic.com
  18. http://www.cardiff.ac.uk/socsi/union/mideast/index.htm
  19. Checklists of Lichens — Near and Middle East
  20. BBC_Georgia country profile
  21. Oxford Reference Online
  22. Merriam-Webster’s Collegiate Dictionary
  23. www.worldatlas.com worldatlas.com
  24. The European Union_ Other European countries 2010 йыл 6 октябрь архивланған.
  25. Европейский парламент, Резолюция Европейского Парламента 2014/2717(RSP), 17 июля 2014-го:
    …в соответствии со статьёй 49 Договора о Европейском Союзе Грузия, Молдавия и Украина — как и любые другие европейские государства — имеют европейскую перспективу и могут стать членами Союза при соблюдении принципов демократии…
  26. ОБСЕ не желает признавать новые реалии на Кавказе, считает МИД РФ
  27. http://www.whitehouse.gov/the-press-office/us-russia-relations-reset-fact-sheet U.S.-Russia Relations: «Reset» Fact Sheet
  28. Председатель Европейской Комиссии призвал Грузию внести официальную заявку на вступление в ЕС 2016 йыл 4 март архивланған.