Эстәлеккә күсергә

Глазго метрополитены

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Глазго метрополитены
Нигеҙләү датаһы 14 декабрь 1896[1]
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Glasgow Subway
Дәүләт  Бөйөк Британия
Административ-территориаль берәмек Глазго-Сити[d]
Историческое графство Ланаркшир[d] һәм Ренфрушир[d]
Урын Глазго
Хеҙмәтләндереүсе Strathclyde Partnership for Transport[d]
Рәсми асылыу датаһы 14 декабрь 1896
Ширина колеи four-foot gauge[d]
Пассажирҙар ағышы 12 700 000[2]
Көндәлек пассажирҙар ағымы 34 950
Рәсми сайт spt.co.uk/travel-with-sp…
Подробная карта
Ошо юлдың картаһы
Файл KML Template:Attached KML/Glasgow Subway[d]
Маршрутная карта Шаблон:Метрополитен Глазго[d]
Система электрификации 600 В пост.[d]
Сторона железнодорожного движения һул[d][3]
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 26 194
Карта
 Глазго метрополитены Викимилектә

Глазго метрополитеныШотландияла Глазго ҡалаһындағы метрополитен.

Ун биш станция менән бер ҡулса линиянан тора, дөйөм оҙонлоғо — кт 10,4, линия буйынса хәрәкәт итеү ваҡыты — 24 минут. Ғәҙәти булмаған тар 1219 мм (4 фут) колея ҡулланыла. Тоннель диаметры шулай уҡ ғәҙәттәгенән әҙерәк — 3,35 м (11 фут). Нигеҙ һалыныуының уртаса тәрәнлеге 10 метр самаһы. 2005/2006 йыл мәғлүмәттәре буйынса пассажирҙар ағымы йылына 13,16 миллион кеше тәшкил итә (көнөнә 36 мең кеше).

Поезд Вест-стрит станцияһына килә, 1966 йыл

Линия 1896 йылдың 14 декабрендә асылған һәм шул ваҡыттан алып ҙурайтылмаған. 1935 йылда , электрлаштырыла. 1977—1980 йылдарҙа система тулыһынса реконструкциялауға ябыла. Бер станция («Мерклэнд-стрит»), ябыла, уны яңы «Партик» станцияһына алмаштыралар, туннель һәм станцияларҙы үҙгәртеп ҡоралар. Составтарының ҡыҙғылт төҫө буйынса ул «борғосло әфлисун» тигән исем алған.

Станциялар Клайд йылғаһының ике яҡ яры буйында урынлашҡан. Бөтә станциялар ер аҫтында, 12 станция утрау платформаға эйә, ҡабырға платформалар «Партик», «Гован» һәм «Сент-Енохтың» станцияларында. Станцияларҙа платформалар тар: киңлеге 3 метр (10 фут). Оҙонлоғо 40 м самаһы, 3 вагонға иҫәпләнгән. Рельстар кимәленән платформаның бейеклеге 65 см. Линияла Партик, Бьюкенен-стрит һәм Сент-Енохта өс күсеп ултырыу урыны бар.

Хәрәкәт итеү составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Асылыған ваҡытта хәрәкәтсән состав 20 айырым вагондарҙан тора, бер йылдан һуң тағы шундай уҡ 10 вагон өҫтәлә. 1898 йылдан һәр береһенә тағылмалы вагон өҫтәлә. Бер тағылмалы вагон үҙенең тәүге ҡиәфәтендә һаҡлана һәм Buchanan Street. станцияһында урынлашҡан.

Ҡайһы бер тәүге вагондар электрлаштырылған юлдарҙа 1977 йылға тиклем хеҙмәт итә.

Бөтә вагондарҙың һәр яҡтан икешәр ишеге бар. Ике вагонлы составтарға инеү ике үҙәк ишектән, ә сығыу ике ситке ишектән башҡарыла.

Метрополитен 6:30 алып 23:30 сәғәткә тиклем бөтә көндәрҙә лә, йәкшәмбенән тыш, 4-8 минут интервал менән эшләй. Йәкшәмбе көнөндә эш ваҡыты 11:00—18:00 тиклем 8 минут интервал менән сикләнгән

Фотоһүрәттәр галереяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • John Wright, Ian Maclean. Circles under the Clyde: A history of the Glasgow Underground. — Harrow Weald, Middlesex: Capital Transport, 1997. — 240 с. — ISBN 1-85414-190-2.
  • Gordon Casely, Bill Hamilton. I belong to Glasgow: the human history of the Glasgow Underground. — Glasgow: Nexus Press, 1975. — 96 с.
  • Brian Pask. Tickets of the Glasgow Underground. — Luton: Transport Ticket Society, 1971. — 22 с. — ISBN 0903209004.
  • George Watson. Glasgow Subway album: a collection of photographs of the old Glasgow Subway taken before and during closure for modernisation. — Chetwode: Adam Gordon, 2000. — 64 с. — ISBN 1874422311.
  • David Barzilay. Glasgow Underground: the end of an era: a photographic record of 'Glasgow's Victorian toy'. — Belfast: Century Books, 1977. — 47 с.
  • Underground centenary 1896—1996. — Glasgow: Strathclyde Passenger Transport, 1996. — 15 с.
  • Paul J Kelly, M J D Willsher. Glasgow Subway 1896—1977. — London: Light Railway Transport League, 1979. — 28 с. — ISBN 0900433701.
  1. https://www.spt.co.uk/125/
  2. https://edition.pagesuite.com/html5/reader/production/default.aspx?pubname=&edid=4166c37f-1086-4f56-a277-aff2e3d742e0
  3. https://www.youtube.com/watch?v=CHGYW6-k_PQ