Википедия:Ҡыҙыҡ мәғлүмәт/Тәҡдим
Уҡыу көйләүҙәре
6 апрель 2014 йыл
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Жираф муйынында, кешенеке кеүек үк, барлығы ете умыртҡа һөйәге бар. — Регион102 (әңгәмә) 22:55, 6 апрель 2014 (UTC)
8 октябрь 2015 йыл
[сығанаҡты үҙгәртеү]- 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә.
- 840-сы йылдарҙа Көньяҡ Уралда ғәрәп сәйәхәтсеһе Сәлләм Тәржемән була, ул башҡорт илен тәүгеләрҙән булып үҙ исеме менән атап һүрәтләй.
- Исмәғил Тасимов, Туҡтамыш Ишбулатов, Мөхәмәтғата Мансуров сығышы менән ғәйнә ырыуы башҡорттары.
- 1921—1922 йылдарҙағы аслыҡ арҡаһында Башҡортостандың халҡы 650 мең кешегә йәғни 22 процентҡа кәмей.
- Мәхмүт Ҡашғари (1029—1101) билдәләүенсә, башҡорттарҙың теле төрки телдәргә ҡарай.
- Башҡортостанды Урта Азия илдәре менән тоташтырыусы боронғо каруан сауҙа юлының аҙ ғына өлөшө әле лә һаҡланған.
- Самрау иле образында башҡорттар сәйәси идеал күргән.
- Тәүге тапҡыр 1907 йылда Мөхәммәтша Буранғолов яҙып алған «Аҡһаҡ ҡола» эпосының егермегә яҡын варианты билдәле.
- 1391 йылдың 18 июнендә Урта Азия әмире Аҡһаҡ Тимер һуғышсылары һәм Алтын Урҙаның Туҡтамыш хан етәкселегендәге ғәскәре араһында булған Ҡондорса буйындағы яу башҡорт ҡәбиләләре биләмәләрендә барған һәм был ерҙәргә иҫ киткес ҙур һәләкәт килтергән.
- Иҫән хан, Ғәли Соҡорой, Ғарифулла Кейеков, Әнғәм Атнабаев, Салауат Фәтхетдинов, Хәниә Фәрхи сығыштары менән башҡорттарҙың ирәкте ырыуынан.
- Геродот (б.э.т. 484 — б.э.т. 425) тәүгеләрҙән булып Урал халыҡтарын тасуирлай.
20 ноябрь 2015 йыл
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Бер батальонды һәм ике рота дошманды юҡ иткән снайпер Әхәт Әхмәтйәновҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелмәй ҡала һәм уға хәҙерге ваҡытта һәйкәлдә ҡуйылмаған.
- 1977 йылғы Төньяҡ ҡотопҡа «Ленин» атом боҙватҡысының легендар экспедицияһында Башҡортостандан барлығы өс кеше ҡатнаша, шуларҙың береһе Фидус Әсхәҙуллин СССР флагын ҡотопта урынлаштырыуҙа ҡатнаша.
- 1979 йылдың 25 декабрендә Афған һуғышы башлана.
- Кубала Яңы йыл алдынан бөтә һауыт-һабаны һыу менән тултыралар һәм, сәғәт 12 тулғас, һыуҙы тәҙрәнән һибәләр. Йыл буйына изгелек, татыулыҡ, уңыш юлдаш булһын өсөн сәғәт 12 тапҡыр һуҡҡансы 12 виноград ашайҙар.
- 1993 йылдың 12 декабрендә Мортаза Рәхимов Башҡортостан Республикаһының Президенты вазифаһына һайлана.
- Балыҡтарҙың төрөлөлөгө буйынса Рәсәйҙә Амурға еткән йылға юҡ, бында 139 төр балыҡ тереклек итә.
20 март 2016 йыл
[сығанаҡты үҙгәртеү]- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында командованиеның оператив бойороҡторы асыҡ эфир аша башҡорт телендә лә бирелгән, был дошмандар араһында ошо телде белеүселәр булмауы менән аңлатылған.
- Күмертау авиация етештереү предприятиеһы — донъяла күсәрле системалы күтәргес винтлы вертолёттар етештереүсе берҙән-бер предприятие.
- XIX быуат уртаһында башҡорттарҙа сәй эсеү традициялары таралыу ала. Сауҙагәрҙәр сәйҙе Ҡытайҙан алып килгәнгә күрә, уны хаҡы юғары булған.
- Учалы районының Сораман ауылында Рәсәйҙә тәүге тапҡыр диңгеҙ мәсете асыла.
- «Янғантау» шифаханаһында дауалау маҡсаттарында Ҡорғаҙаҡ шишмәһенең даими температураһы 160 °С булған аҙ минералләшкән гидрокарбонатлы-кальцийлы-магнийлы һыуы һәм Ҡырымдан килтерелгән Саки ләме ҡулланыла.
- Башҡортостанда Мәскәү, Париж, Бохара, Урыҫ Швейцарияһы, Венеция исемле тораҡ пункттар бар.
- 1980 йылда Өфөлә миллионынсы кеше донъяға килә.
- 2014 йылда «Пегас» йондоҙлоғоның бер йондоҙона «Урал батыр» исеме бирелгән.
апрель 2016
[сығанаҡты үҙгәртеү]- 1930 йылдың 18 апрелендә Би-би-си радиоһы дикторы «Бөгөн һөйләрлек яңылыҡтар бөтөнләй юҡ» тигән белдереү яһай. Яңылыҡтар урынана радионан көнөн буйы фортепиано музыкаһы тапшырыла.
- 364 млн йыл элек, девон осоронда, диңгеҙҙәге төрҙәрҙең 50 % юҡҡа сыға.
- Бөгөнгө көндә ҡайһы бер ғалимдар венгрҙарҙы Волганан көнсығыштағы Көньяҡ Урал далаларын һәм Тарихи Башҡортостан биләмәләрен төбәк иткән төрки һәм уғыр ҡәбиләләренең союзы тип иҫәпләй.
- Эмпайр-стейт-билдинг бинаһы бейеклеге буйынса Ҡушма Штаттарҙа дүртенсе урында тора.
- Боронғо грек мифологияһындағы башта улы Ясон алтын тире эҙләп сәйәхәт иткән ваҡытта тик ҡатын-ҡыҙҙар хакимлек иткән Лемос уртауына юлыға.
- 18 апрелдә күренекле башҡорт яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтыйға 120 йәш тула.
октябрь 2016
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Һынташты мәҙәниәтенә ҡараған Арҡайым ҡаласығында кешеләр беҙҙең эраға тиклем 3-сө мең йыллыҡ аҙағы — 2-се мең йыллыҡ башында көн иткән.
- XVI быуатта ирәкте ҡәбиләһенең башлығы Иҫән хан балыҡсы, гәрә, ирәкте, ҡайпан, байҡы, таҙлар һәм уран башҡорт ырыуҙары һәм ҡәбиләләре берләшмәһенең етәксеһе булған.
- Бал ҡорто һауаға үҙенең ауырлығынан 6 тапҡыр ҙурыраҡ йөктө күтәрә ала.
- 1979 йылда Бельгия астрономы А. Дебеоне тарафынан асылған Салауат бәләкәй планетаһы Ҡояштан уртаса 392 миллион километр, ә Ерҙән яҡынса 201 миллион километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
- Башҡортостан Республикаһының географик үҙәге Ағиҙел һәм Еҙем йылғалары араһында Ғафури районы Ерек ауылы эргәһендә урынлашҡан.
- Бөйөк Ватан һуғышы барышында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев 250-нән ашыу хәрби осош яһай.
- Өфөлә тәүге кино сеансы 1901 йылда була, ә тәүге даими эшләүсе кинотеатр 1908 йылда асыла.
- «Шайморатов генерал» йырының авторы башҡорт теленең стилистикаһы һәм грамматикаһы буйынса хеҙмәттәр яҙа.
- Мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтанов, башҡорт милли-азатлыҡ эшмәкәре Искәндәрбәк Солтанов һәм музыка белгесе Мөхәммәтмансур Солтанов сығышы менән башҡорт дворян нәҫеле Солтановтарҙан булғандар.
май 2022
[сығанаҡты үҙгәртеү]- 17-18 йәшендә үк ғалим булып танылған Бохара кешеһенең ижади мираҫы — бөтә донъя мәҙәниәтендә ҙур урын тотҡан рухи байлыҡ.
- Был Урта быуаттар сиренән төрлө баһалар буйынса Европаның 30-60 процентҡа тиклем халҡы һәләк булған.
- 1919 йылдың 20 мартында «Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү» буйынса үҙәге Тәңрекүл ауылы булған Ялан кантоны ойошторола.
- Был ғәжәйеп бөжәктең (һүрәттә) төҫтәре йәшелдән алып, көлһыу-һоро йәки ҡара-көрән төҫкәсә төрләнә.
- Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы тыуған ауылды йәлдәк ырыуы башҡорттары нигеҙләгән.
- Урта Азияла диңгеҙ урынында Аҡҡом сүллеге хасил булған (һүрәттә), һөҙөмтәлә уның эргәһендәге төбәктең климаты үҙгәргән.