Һайланған мәҡәлә
|
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (120) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
26 ғинуар юбилярҙары
|
- Бабуркина Анна Прокопьевна (1930), мәғариф ветераны. 1951—1987 йылдарҙа Краснокама районы Николо-Берёзовка урта мәктәбенең география уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1978), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Петровский ауылынан.
- Мәхмүтов Шамил Әхмәт улы (1935—12.01.2020), юрист, суд органдары һәм адвакатура ветераны, йәмәғәтсе. 1965—1985 йылдарҙа республика судтары судьяһы, 1968 йылдан Башҡорт АССР-ы Юғары суды ағзаһы; 1985—2002 йылдарҙа Адвокаттарҙың Башҡортостан республика коллегияһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар палатаһының беренсе президенты (2002—2009), Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1993), Рәсәйҙең почётлы адвокаты (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Яңы Уҫман ауылынан.
- Тереғолов Филарит Шәриф улы (1945), ғалим-педагог. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1982—1984 йылдарҙа башланғыс белем факультеты, 1993—1999 йылдарҙа педагогика һәм психология факультеты, 2004—2006 йылдарҙа мәғарифтың етәксе хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1984—1985 йылдарҙа — педагогика, 1994—2004 йылдарҙа — педагогик теориялар һәм технологиялар кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә ҡасабаһынан.
- Айытов Валерий Факил улы (1955), ғалим-педагог-методист. 1979 йылдан Бөрө дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995 йылдан — сит телдәр кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә ауылынан.
- Ғилман Ишкинин (1965—5.02.2011), шағир, журналист, «Шоңҡар» журналының элекке бүлек мөдире. 2002 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестивале лауреаты (Бәләбәй, 2002).
- Тайганов Артём Сергеевич (1985), спортсы. 2008 йылғы Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы, 2004 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2004). Күреү буйынса инвалидтар араһында 800 метрға йүгереүҙә донъя чемпионаттарының көмөш призёры (2006—2007), 1500 метрға йүгереүҙә — Европа чемпионатының бронза призёры (2009), күп тапҡыр Рәсәй чемпионы. Сығышы менән Нефтекама ҡалаһынан.
|
|