Эстәлеккә күсергә

Байғусҡаров Зариф Закир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байғусҡаров Зариф Закир улы
Тыуған:

30 июнь 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (57 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районы Ҡәҙир ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Партия:

Берҙәм Рәсәй

Эшмәкәрлек төрө:

сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты

Наградалары:

Ҡалып:Медаль Анатолия Кони Ҡалып:Медаль В память 200-летия Минюста России Ҡалып:Медаль За службу I степени (Минюст России) Ҡалып:Медаль За службу II степени (Минюст России) Ҡалып:Медаль За службу III степени (Минюст России)
почётное звание «Заслуженный юрист Республики Башкортостан»

Наградное оружие
 Байғусҡаров Зариф Закир улы Викимилектә

Байғусҡароов Зариф Закир улы (30 июнь 1967 йыл) — юрист, сәйәсмән. Рәсәй Федерацияһының 7-се һәм 8-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты[1]. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы һәм Дәүләт Думаһының Дәүләт ҡоролошо һәм ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы[2]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2007), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).

Байғусҡаров Зариф Закир улы 1967 йылдың 30 июнендә Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районы Ҡәҙир ауылында көтөүсе ғаиләһендә тыуа.

1984 йылда Ҡалдар урта мәктәбен, 1994 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай.

19841986 йылдарҙа Күгәрсен районының Максим Горький исемендәге колхозында эшләй.

19861988 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

19881997 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Киров район халыҡ судында пристав-башҡарыусы булып эшләй.

1998 йылдың 11 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Өфө ҡалаһының Калинин районы суды судьяһы итеп тәғәйенләнә.

20012004 йылдарҙа республиканың баш суд приставы — Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының начальник урынбаҫары була[3].

20052016 йылдарҙа Суд приставтары Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе — Башҡортостан Республикаһының баш суд приставы вазифаһын биләй.

2016 йылдан — Рәсәй Федерацияһының VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. 7-се бер мандатлы Салауат һайлау округынан (Башҡортостан Республикаһы) һайлана. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы, Дәүләт Думаһының Дәүләт ҡоролошо һәм ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы.

2022 йылдың 30 июнендә Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[4].

Ҡатыны — Гөлназ Ҡолһарина, «Тамыр» («Башҡортостан» ДУП ТРК) балалар-үҫмерҙәр телеканалы етәксеһе.

Улы һәм ҡыҙы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй федерацияһының 1-се класлы дәүләт юстиция советнигы (2007).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2007).
  • Суд приставтары федераль хеҙмәтенең почетлы хеҙмәткәре.
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (2009).

«Анатолий Кони», «Рәсәй Юстиция министрлығының 200 йыллығы хөрмәтенә», «Суд приставтары федераль хеҙмәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн», «Суд приставтарының федераль хеҙмәтенә 10 йыл», III, II һәм I дәрәжә «Хеҙмәт өсөн», «Ҡаҙаныш өсөн», «Фиҙаҡәрлек өсөн» миҙалдары, шулай уҡ исемле хәрби ҡорал менән бүләкләнгән.

  • Салауат Юлаев ордены (2022).