Эстәлеккә күсергә

Байкал-Лена ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байкал-Лена ҡурсаулығы
Лена йылғаһы сығанаҡтары
Лена йылғаһы сығанаҡтары
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны659,919 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты5 декабрь 1986 йыл 
Урынлашыуы
54°13′35″ с. ш. 107°53′35″ в. д.HGЯO

baikal-1.ru/territory/ba…
Рәсәй
Точка
Байкал-Лена ҡурсаулығы
 Байкал-Лена ҡурсаулығы Викимилектә

Байкал-Лена ҡурсаулығы рус. Байкало-Ленский государственный природный заповедник 1986 йылда ойошторола[1].

Байкал-Лена ҡурсаулығы Байкалдың төньяҡ-көнбайыш яр буйында урынлашҡан, күлдең көнбайыш яры буйлап яҡынса 120 км һуҙылған, уртаса киңлеге 65 км. Ҡурсаулыҡтың майҙаны 659 919 гектар. Административ-ғилми үҙәге Иркутскиҙа урынлашҡан. Климаты, дөйөм алғанда, континенталь.

Ҡурсаулыҡ Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ҡарамағында.

Флора һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡта бәшмәктең 130-ға яҡын төрө, 920 төр көпшәле үҫемлек бар. Байкал күле яры буйында боронғо реликт далаларҙың фрагменттары һаҡланған, урман менән ҡапланған майҙан ҡурсаулыҡ территорияһының 86 % тәшкил итә.

Ҡоштарҙың 235 төрө бар, шуларҙың 146-һы оя ҡора.

Ҡурсаулыҡта һөтимәрҙәрҙең 52 төрө йәшәй.

Байкалдың ҡурсаулы яр буйында Байкал нерпаһы даими осрай.

  1. Байкало-Ленский государственный природный заповедник. Дата обращения: 13 ноябрь 2007. Архивировано 25 октябрь 2007 года.