Аҫҡын мәмерйәһе
Аҫҡын боҙ мәмерйәһе | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Регион | Башҡортостан |
Тәрәнлеге | 26 м |
Оҙонлоғо | 104 м |
Күләме | 51,1 мең м³ |
һыйҙырышлы тоҡомдар | эзбизташ |
Мәмерйәгә инеү юлы | 1 |
Аҫҡын мәмерйәһе Викимилектә |
Аҫҡын боҙ мәмерйәһе — Көньяҡ Уралдағы иң ҙур боҙ майҙаны һәм боҙ сталагмиттары менән айырылып торған мәмерйә. Был мәмерйә Архангел районының Аҫҡын ауылынан 3 км алыҫлыҡта Бәләкәй Аҫҡын йылғаһының үрендә, йылға тамағынан 70 м бейеклектә Олотауҙың көнсығыш битләүендә урынлашҡан.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәмерйәгә инеү урыны бейек эзбиз ҡаяның 5 м тәрәнлегендә 15 м киңлегендәге соҡоронда урынлашҡан. Аҫҡа табан 20 м оҙонлоғондағы боҙло шырғалаҡ ауышлыҡ алып төшә.
Мәмерйәнең оҙонлоғо 104 м, киңлеге 40-60 м һәм 12-26 м бейеклегендә көмбәҙ түбәле залы бар. Иҙәне боронғо боҙ ҡатламы менән ҡапланған. Иҙәнендә йыл һайын 7-10 эре һәм хасапһыҙ ваҡ боҙ сталагмиттары үҫеп сыға. Мәмерйәлә ҡайтауаз яңғырап тора.
Был мәмерйәне беренсе булып 1902 йылда геолог Л. Конюшевский тасуирлап яҙған. 1924—1926 йылдарҙа Г. В. Вахрушев һәм В. Петров ентекләберәк тикшерә.
Социаль йүнәлеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ростуризмдың эске туризмды һәм ситтән килеүселәр туризмын үҫтереүгә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән гранттар конкурсында Аҫҡын мәмерйәһен инвалид һәм хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән категория граждандарға инеү өсөн яраҡлаштырыу проекты еңеү яуланы. Аҫҡын мәмерйәһе — республикала беренсе билдәле социаль төркөмгә яраҡлаштырылған беренсе тәбиғи объект буласаҡ[1].
Мәмерйә тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шакиров А. Төбәктә Аҫҡын боҙ мәмерйәһе Рус география йәмғиәтенә ҡуртымға тапшырыла. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 29 февраль[2].
- Колоколова Е. В Башкирии «плачет» Аскинская ледяная пещера. Общественная электронная газета. 2016, 15 февраль[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ На грант Ростуризма Аскынская ледяная пещера будет адаптирована для людей с инвалидностью
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 29 февраль (Тикшерелеү көнө: 1 март 2016)
- ↑ Общественная электронная газета. 2016, 15 февраль 2017 йыл 15 март архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 март 2016)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аскынская пещера ледник и ее окрестности Аскынская ледяная пещера . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
- Аҫҡын мәмерйәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Экология республики Башкортостан 2018 йыл 25 апрель архивланған.
- Аскинская леденая пещера
- Фото(недоступная ссылка)