Эстәлеккә күсергә

Ашхабад

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Ашхабад/Ашҡабад
Герб
Герб
Ил

Төркмәнстан

Координаталар

37°57′ с. ш. 58°23′ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

6 этраптары

Хәким

Моратнияз Әбилов[1]

Нигеҙләнгән

1881 йылда

Элекке исеме

1919 йылға тиклем — Асхабад,
1919-1927 йылдарҙа — Полторацк

Майҙаны

около 700[2] или около 830[3] км²

Бейеклеге

273 м

Климат тибы

ярым ҡоро (семиарид-BSk)

Рәсми теле

төркмән

Халҡы

871 500[4] кеше (2005)

Милли состав

төркмәндәр (77 %)
урыҫтар, үзбәктәр, әрмәндәр

Конфессиональ составы

мосолмандар, православтар, буддистар, йәһүдтәр, католиктар һ.б.

Этнохороним

ашхабадты/ашҡабадты

Сәғәт бүлкәте

UTC 5

Телефон коды

993 (12)

Почта индексы

744000 — 744901[5]

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

AG

Рәсми сайт

ashgabat.gov.tm
 (рус.)</noinclude> (төрк.)

Ҡала көнө

25 мая[6]

Рәсми булмаған исемдәре

Аҡ мәрмәр баш ҡала[7][8],
Город любви[9]

Ашхабад/Ашҡабад (Төркмәнстан)
Ашхабад/Ашҡабад
Ашхабад/Ашҡабад

Ашхабад йәки Ашҡабад (төркм. Aşgabat) — Төркмәнстандың баш ҡалаһы, дәүләттең иң ҙур административ-сәйәси, сәнәғәт, фәнни һәм мәҙәни үҙәге. Ашхабад — үәләйәт (өлкә) хоҡуғына эйә айырым административ берәмек.

2013 йылдың 25 майында Ашхабад бишенсе тапҡыр Гиннес рекордтары китабына индерелде: был юлы донъялағы аҡ мәрмәр ҡала булараҡ — бында 543 яңы йорт аҡ мәрмәр менән көпләнгән. Элегерәк был баҫмаға Төркмәнстандың баш ҡалаһындағы иң бейек флагшток (133 метр), иң ҙур фонтан комплексы (27 синхрон фонтан), ябыҡ типтағы иң ҙур Күҙәтеү Ҡуласаһы аттракционы һәм Оғузхан телевизион башняһындағы иң ҙур йондоҙ индерелгәйне.

Төркмәнстандың Статистика буйынса дәүләт комитетының рәсми мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2012 йылдың 1 ғинуарында Ашхабадта ил халҡының 12,7 проценты йәшәгән. 1995 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа 604,7 мең кеше, 2001 йылдағы рәсми баһа буйынса 712 мең кеше теркәлгән. 2002 йылдың 1 июленә ҡарата был һан 743 мең, 2003 йылдың уртаһында 790 меңгә етә, йәғни илдәге бар халыҡтың 13 процентын тәшкил итә. 2005 йылдың 18 ноябрендә Ашхабадта йәшәүселәр 900 меңгә (ил халҡының 13,4 проценты) етеүе тураһында рәсми иғлан ителә.

Ҡаланың атамаһы фарсы теленән ингән — عشق (eshq — «ғашиҡ», «мөхәббәт») һәм آباد (ābād — «торлаҡ урын», «ҡала»)[10][11].

Рәсәй империяһы тарафынан яулап алынғанға тиклем 1881 йылдағы Персия менән төҙөлгән Ахал килешеүенә яраҡлы ҡала Асхабад тип йөрөтөлә. Был атама 1919 йылға тиклем һаҡлана.

1919 йылда ул Төркөстан республикаһының Совнархоз рәйесе П. Г. Полторацкий хөрмәтенә Полторацк тип атала башлай.

1927 йылдың 27 октябрендә Ашхабад тип үҙгәртелә.

1991 йылдың 27 октябрендә Төркмәнстан үҙаллылыҡ алғандан һуң Ашхабад ҡалаһы Төркмәнстандың Юғары Советы Президиумы ҡарары буйынса рәсми рәүештә Ашғабат тип үҙгәртелде. Был атама төркмән теленә күпкә яҡын тора.

Рәсәйҙең киң мәғлүмәт сараларында Рәсәй Федерацияһының 1995 йылда ҡабул ителгән «О написании названий государств — бывших республик СССР и их столиц» (№ 1495) бойороғона ярашлы Ашхабад атамаһы ҡулланыла.

Ашхабадтағы Битарап проспекты

Төркмәнстандың рус телендәге рәсми ҡағыҙҙарында, киң мәғлүмәт сараларында, баш ҡала сайттарында Ашхабад тип яҙыла.

Шул уҡ мәлдә был ҡаланың атамаһы Парфян батшалығының Аршакид (Ашканид) династияһынан килә тигән фекерҙәр ҙә бар. Тимәк, уға б.э. тиклем III быуатта нигеҙ һалыныуы ихтимал.

Ашхабад Төркмәнстандың көньяҡ өлөшөндә, Иран сигенән 25 км төньяҡтараҡ, Туран уйһыулығында урынлашҡан.

Ҡала Копетдаг алды тигеҙлегендәге Ахал-Теке оазисында тора. Уға көньяҡтан Копетдаг тауы, төньяҡтан Ҡараҡом сүллеге терәлгән. Диңгеҙ кимәленән 214—240 метр бейеклектә.

1962 йылда ҡалаға Ҡараҡом каналы үткәрелә.

Ашхабад халыҡ-ара стандарт буйынса UTC 5 тип билдәләнгән сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. Бөтә донъя координация ваҡытына (UTC) ҡарата 5:00.

Ашхабад — донъялағы иң эҫе ҡалаларҙың береһе. Йәй көндәрендә бында һауа температураһы 45 градустан артып китә, яуым-төшөм бик һирәк була. Шул уҡ мәлдә эске континенталь субтропик климаты өсөн ҡыш бында һалҡын һанала. Был миҙгел ҡыҫҡа ғына булыуына ҡарамаҫтан, төньяҡтан килгән арктик һауа сәбәпле −10 градуслыҡ һыуыҡтар була. Оҙайлы ҡар ҡатламы һалҡын ҡыштарҙа ғына күҙәтелә.

  • Уртаса һауа температураһы — 17,1 C°
  • Уртаса ел тиҙлеге — 2,5 м/с
  • Уртаса дымлылыҡ — 55 %
Ашхабад вокзалы (1901)
Ашхабадтың Кирбес урамы (1913)

Асхабад ҡалаһына 1881 йылда нигеҙ һалына[10][12]. Ошондай уҡ атамалы төркмән ҡәлғәһе урынында булдырылған ҡала Рәсәй империяһының сик буйы хәрби нығытмаһы ролен үтәй. Ҡала емеш-еләк баҡсаһы булған саман өйҙәрҙән тора. Ер тетрәү осраҡтары йыш булғанға күрә күпселеген бында бер ҡатлы йорттар төҙөргә ҡарар ителә. 1901 йылда 36,5 мең кеше йәшәүе теркәлгән, шуларҙың 11,2 меңе фарсы, 10,7 меңе рус, 14,6 меңе әрмән һәм башҡа милләттәр. Төркмән халҡы ҡаланан ситтә үҙ йәйләүҙәрендә көн күрә[13].

Тышҡы рәсемдәр
Рәсәй империяһы составындағы Ашхабадтың гербы.

1881—1918 йылдарҙа ҡала Каспий аръяғы өлкәһенең, 1918—1925 йылдарҙа Төркмән АССР-ы төркмән өлкәһенең административ үҙәге булып тора[11].

1925 йылдың февралендә Полторацк атамалы был ҡала төркмән ССР-ның баш ҡалаһы статусын ала.

1948 йылдың 6 октябрендә Ашхабадта иң көслө ер тетрәү теркәлә. Уның усағындағы (эпицентр)көсө 9-10 балл, магнитудаһы М = 7,3. Ҡаланың 90-98 % емерелә, сама менән 60-110 мең кеше һәләк була[14].

1962 йылда Ҡараҡом каналы Ашхабадҡа тиклем һуҙыла һәм бының менән ҡалала һыу мәсьәләһе хәл ителә.

2003 йылдың июлендә Ашхабадта урам атамалары һандар менән алыштырыла, тик билдәле шағир Махтымкули, төркмәнбашы Сапарморат Ниязов һәм уның ата-әсәһенең исемдәре менән аталғандары ғына һаҡланып ҡалдырыла[15].

Административ-территориаль бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркмәнстан биләмәләре бүленеше буйынса 2015 йылдың 5 февраленә ҡарата Ашхабад ҡалаһы алты этрапҡа бүленгән:

  • Берҡарарлыҡ (элекке Азатлыҡ, Совет),
  • Копетдаг (элекке Пролетар),
  • Бағтыярлыҡ (элекке Президент Ниязов, Ленин),
  • Арчабил (Чандыбил этрабы менән берләштерелгән)
  • Абадан (элекке Абадан, Безмеин),
  • Рухабад.

Арчабил этрабына шулай уҡ Арчабил ҡасабаһы (элекке Фирүзә) индерелгән[16]. Абадан һәм Рухабад этраптары ҡалала 2013 йылда булдырыла[17]. 2015 йылда Чандыбил һәм Арчабил этраптары берләштерелә[18].

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Ашхабадта 2012 йылдың 1 ғинуарына ил халҡының 12,7 % йәшәй. Шуларҙың 77 % — төркмән милләтенән, ҡалғандары — төрлө этник төркөмдәр.[19].

Рәсәй империяһы осоро

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй империяһы мәлендә Ашхабад ҡыйыҡһыҙ түбәле саман өйҙәрҙән торған ҡала була.

Совет осоронда Ашхабадта заманса йорттар күтәрелә башлай. 1948 йылдың 6 октябрендә булған ер тетрәү һөҙөмтәһендә улар тулыһынса емерелә, әммә ҡабаттан тергеҙергә хәл ителә[20]. Ҡала 1949, 1959 йылдарҙағы генераль план буйынса төҙөлә[12]. һөҙөмтәлә, урамдар киңәйә, йәшел зоналар булдырыла, яңы биҫтәләр барлыҡҡа килә.

Совет ососронда Төркмәнстандың баш ҡалаһында архитектура иҫтәлеге булырҙай йорттар төҙөлә[12]:

  • Төркмән ССР-ның Минстрҙар Советы йорто (1954—1956; хәҙер — здание Төркмәнстан Мәжлесе; архитектор — В. М. Новосадов),
  • Молланепес исемендәге төркмән драма театры (1951—1958; архитектор — А. В. Тарасенко),
  • Фәндәр академияһы йорто (1949—1953; архитекторҙар — Л. К. Ратинов һәм башҡалар),
  • «Каракумстрой» идаралығы (1964—1967; архитекторҙар — А. Р. Ахмедов, Ф. Р. Алиев), бөгөн емерелгән.
  • Карл Маркс исемендәге Төркмәнстан дәүләт китапханаһы (1964—1976; архитекторҙар — А. Р. Ахмедов, Б. А. Шпак, В. А. Алексеев),
  • «Мекан» Һарайы (1970—1974). Йорт Эрнст Неизвестныйҙың скульптура рельефтары менән биҙәлгән.
  • «Гулистан» сауҙа үҙәге (1971—1982; архитектор — Владимир Высотин; скульптор — Клыч Ярмамедов),
  • Төркмәнстан дәүләт циркы (1979—1984; архитектор — Ариф Зейналов).

Ҡалала шулай уҡ тап ошо осорҙа төҙөлә:

  • Төркмән ССР-һы Үҙәк комитеты йорто (архитекторҙар — А. Н. Афанасьев, Е. А. Раевская),
  • С. Ниязов исемендәге Төркмәнстан ауыл хужалығы университеты (архитекторҙар — М. Н. Виноградская, А. П. Зарьев, В. Н. Ляхович),
  • Сапарморат Төркмәнбашы исемендәге һынлы сәнғәт музейы (архитектор — Г. М. Александрович),
  • «Мир» киноконцерт залы (архитекторҙар — Ф. М. Евсеев, М. Г. Евсеева, инженер — М. Берлин).
  • «Ашхабад» ҡунаҡханаһы (архитектор — А. Р. Ахмедов),
  • «Интурист» ҡунаҡханаһы (архитекторҙар — А. Р. Ахмедов, Ф. Р. Алиев).
  • Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарға һәйкәл (1970; архитекторҙар — А. Курбанлиев, Ф. Багиров; скульптор — Д. Джумадурды).
  • Ленин исемендәге скверҙа В. И. Ленинға һәйкәл (1927; бронза, майолика; скульпторҙар — А. А. Карелин, Е. Р. Трипольская).

1991 йылдың 26 декабрендә СССР составынан сыҡҡандан һуң ҡалала төрлө административ һәм торлаҡ йорттар, йәмәғәт ҡоролмалары ҡалҡа башлай. Бөгөнгө Ашхабадта йорттар төҙөүҙә көнсығыш стиль һаҡлана, күптәре аҡ мәрмәр менән биҙәлә.

Ҡаланың архитектура ҡомартҡыһы булған бейеклеге 211 метрлыҡ «Төркмәнстан» телерадиотапшырыу үҙәге менән 11 ҡатлыҡ «Багт кошги» («Бәхет ҡошо») Никах һарайы 2011 йылда төҙөлә. 2012 йылдың сентябрендә улар халыҡ-ара «International Property Awards Europe» премияһы менән билдәләнә[21].

Ашхабадта шулай уҡ «Нейтралитет монументы» тип аталған ҡоролма архитектура яғынан иҫтә ҡалырлыҡ итеп эшләнгән. Көмбәҙле ҡапҡа өҫтөндә елберҙәгән ил флагы янына Төркмәнстан Президенты Сапарморат Ниязовтың 12 метрлыҡ алтынлатылған һыны ҡуйылған. Үҙәк майҙанды үҙгәртеү кәрәк булғас, был арка баш ҡаланың көньяҡ өлөшөнә күсереп яңынан ҡорола.

Бөгөнгө Ашхабадта башлыса торлаҡ йорттар 12 ҡатлы итеп төҙөлә. Уларҙың беренсе ҡаты сауҙа йәки төрлө хеҙмәтләндереү үҙәктәре өсөн бүленә. Күп йорттар, хатта иҫкеләре лә, аҡ мәрмәр менән көпләнгән[22].

Арчабил шоссеһында эшлекле үҙәк булдырыла башлаған. «Ашхабад-ситила» төрлө министрлыҡтар, мәҙәни, белем биреү һәм тикшереү үҙәктәре төҙөлә[23].

Төнгө Ашхабад
Төнгө Ашхабад

Ашхабадтың иҡтисадын башлыса сәнәғәт, финанс структураһы һәм киң сауҙа селтәре күрһәтә[24].

Баш ҡаланан 5 км төньяҡҡараҡ «Алтын асыр» баҙары урынлашҡан. Халыҡ араһында шулай уҡ «Йимпаш» сауҙа үҙәге киң билдәле[25].

  • «Беркарар» сауҙа-күңел асыу үҙәге — 340 сауҙа нөктәһе булған 4 ҡатлы йорт[26].
  • «Йимпаш» сауҙа үҙәге
  • «Пайтагт» сауҙа үҙәге
  • «Ашхабад» сауҙа үҙәге[27]
  • «Үҙаллылыҡтың 15 йыллығы» сауҙа үҙәге[28]
төркмән келәмдәре
  • «Алтын асыр» көнсығыш баҙары[29]
  • «Гулистан» дәүләт сауҙа үҙәге
  • Теки баҙары
  • Ташауз баҙары (10-сы микрорайон)
  • Лялезар баҙары (6-сы микрорайон)
  • Парахат баҙары (Мир-1)
  • Дженнет баҙары (3-сө микрорайон)
  • Ак-йол баҙары (8-се микрорайон)
  • 30-сы микрорайон баҙары

Ашхабадта һәм ҡала янында 40-тан ашыу эре, 128 урта, 1700 ваҡ сәнәғәт объекты бар[24]. Иң мөһим сәнәғәт предприятиелары: «Ашнефтемаш», «Туркменкабель», «Туркменбаши текстиль комплекси»[30] и др.

Ҡалала керәҙле бәйләнеш буйынса ике оператор бар.

  • «МТС-Туркменистан» — 1994 йылда бәйләнеш булдырған тәүге оператор. Рәсәйҙең «Мобильные ТелеСистемы» ААЙ филиалы. Төп офис Ашхабадта урынлашҡан[31].
  • «Алтын Асыр» — 2004 йылда булдырылған милли дәүләт компанияһы. 2010 йылда UMTS стандартлы «өсөнсө быуын» (3G) селтәре йәйелдерә башлай. Ул Ашхабадтың бөтә райондарын, баш ҡалалағы халыҡ-ара аэропортты ҡаплай. 2013 йылдың 18 сентябрендә LTE технологияһы буйынса «дүртенсе быуын» 4G селтәре индерелде[32].
Ашхабад. Арчабил шоссеһы.

Йәмәғәт транспортынан баш ҡалала автобус ҡына ҡулланыла, башлыса Mercedes-Benz и Hyundai автобустары йөрөй. Ҡаланың көньяғында Ашхабадтан Копетдаг тауына сығыу өсөн аҫмалы канат юлы файҙаланыла[33].

2008 йылда Ашхабад тирәләй автомагистраль ҡулсаһы төҙөлә башлай. Уның маҡсаты — ҡала урамдарындағы транспорт көсөргәнешен кәметеү һәм ҡала ситенән үтеү өсөн уңайлы юл булдырыу[23].

Метрополитен булдырыу мәсьәләһе 2008 йылда күтәрелә. 2014 йылда Төркмәнстан Президенты Гурбангулы Бердымухамедов Ашхабадта халыҡ һаны артыуға бәйле был һорауға тағы ла мөрәжәғәт итә[34].

Тимер юл транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сапарморат Төркмәнбаши ис. Аэропорт

Ашхабадта тәүге вокзал 1888 йылда төҙөлә. Ер тетрәүҙә тулыһынса емерелгән был бина 1950 йылда яңынан ҡалҡа, 2009 йылда уға ҙур реконструкция яһала[35]. Ҡала аша көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай Төркмәнбаши (Красноводск) — Төркмәнабад(Чарджоу) ҡалаларын бәйләгән тимер юл үтә. Ашхабадтан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай Ҡараҡом, Дашогуз ҡалаларына 2006 йылда асылған Трансҡараҡом тимер юлы китә.

Ҡалала ҡала-ара һәм халыҡ-ара транспорт бәйләнештәре өсөн ике автовокзал эшләй[36].

1994 йылда асылған Сапарморат Төркмәнбашы исемендәге халыҡ-ара аэропорт Ашхабадтан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ул баш ҡаланы республиканың ҙур ҡалалары, Азия һәм Европа илдаре менән бәйләй[37]. 2013 йылда ҡала янында тағы ла бер аэропорт төҙөлә башлай. Ул Үҙәк Азияла иң ҙуры буласаҡ[38]. Яңы аэропортты файҙаланыуға тапшырғас, иҫкеһе чартер рейстар өсөн ҡулланыласаҡ[39].

  • Төркмәнстандың дәүләт китапханаһы — 1895 йылда асылған
  • Махтумкули ис. үҙәк китапхана
  • Б. Аманов ис. Төркмәнстан дәүләт балалар китапханаһы — 1935 йылда асылған
  • Төркмәнстан дәүләт фәнни-медицина китапханаһы — 1940 йылда асылған
  • Төркмәнстан Фәндәр академияһының үҙәк ғилми китапханаһы — 1941 йылда асылған[11]

Ашхабад — Төркмәнстандың иң мөһим мәғариф үҙәге. 2013/14 уҡыу йылдарында баш ҡаланың 19 юғары уҡыу йортонда 26,7 мең студент белем ала, 139 мәктәптә 114,7 мең бала уҡый[40].

  • Махтымкули исемендәге Төркмән дәүләт университеты
  • Халыҡ-ара төркмән-төрөк университеты
  • Төркмәнстан дәүләт медицина университеты
  • С. А. Ниязов ис. Төркмәнстан ауыл хужалығы университеты
  • Төркмәнстан дәүләт художество Академияһы
  • Төркмәнстан халыҡ хужалығы институты
  • Төркмәнстан дәүләт мәҙәниәт институты
  • Төркмәнстан дәүләт транспорт һәм бәйләнеш институты
  • Төркмәнстан Дәүләт комитетының спорт һәм туризм буйынса милли институты
  • Довлетмаммет Азади ис. Төркмәнстан донъя телдәре милли институты
  • Төркмәнстан халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты
  • Төркмәнстан дәүләт иҡтисад һәм менеджмент институты
  • Төркмәнстан дәүләт финанс институты
  • Төркмәнстан милли консерваторияһы
  • Сапарморат Төркмәнбашы ис. Төркмәнстан хәрби академияһы
  • Төркмәнстан оборона министрлығының Сапарморат Төркмәнбаши ис. хәрби институты
  • С. А. Ниязов ис. Төркмәнстан полиция академияһы
  • Төркмәнстан дәүләт сик буйы хеҙмәтенең сик һаҡсылары институты
  • Төркмәнстан дәүләт архитектура-төҙөлөш институты
  • Халыҡ-ара гуманитар фәндәр һәм үҫеш университеты
  • Халыҡ-ара нефть һәм газ университеты

1951 йылда Ашхабадта Төркмәнстандың Фәндәр Академияһы булдырыла. 2014 йылда Бикроу районында Технологиялар үҙәге төҙөлә[41].

Сабыш

Ашхабадта профессиональ һәм һәүәҫкәр спорт яҡшы үҫешкән. Ҡалала 1000 урынлыҡ 5 стадион, бик күп спорт залдары, спорт һарайҙары, бассейндар, ҡышҡы спорт төрҙәре өсөн яһалма боҙло ябыҡ объекттар бар.

2010 йылдың 19 декабрендә Кувейтта Ашхабад ҡалаһы яугирлыҡ сәнғәте буйынса V «Азия уйындары-2017» ярышын үткәреү мәмкинлеген яуланы[42]. 2010 йылда баш ҡаланың көньяҡ өлөшөндә Олимпия ҡаласығы төҙөлә башлай. Бында утыҙлап объект, шул иҫәптә параолимпия комплексы, реабилитация үҙәге бар.

Ашхабадтағы профессиональ спорт клубтары:

  • Футбол: «Алтын Асыр» ФК, «Ашхабад» ФК, МТТУ ФК, «Хазына» ФК — Төркмәнстан Чемпионатында сығыш яһайҙар. 1947 йылда ойошторолған «Копетдаг» футбол клубы Төркмәнстандың Беренсе лигаһында уйнай.
  • Хоккей: ХК «Бургут» — Төркмәнстандың иң көслө клубы; «Алп Арслан» ХК, «Багтыярлык» ХК, «Галкан» ХК, «Шир» ХК, «Огузхан» ХК — шулай уҡ Ашхабадта күнекмәләр үткәрә.

Ашхабадта Төркмәнстандағы иң ҙур Халыҡ-ара ат спорты комплексы эшләй. Уның майҙаны 90 га. Ипподромда сабыштарҙы ла, юртаҡтар ярышын да үткәреү мөмкинлеге бар[43].

Төркмәнстанда һаулыҡ һаҡлау буйынса түләүле заманса милли система булдырылған[44]. 2013 йылға 490 ғаилә табибы, 3,8 мең урта медицина персоналы һанала. Дауаханаларҙа 3,6 мең урын ҡаралған.[40].

Дауалау учреждениелары:

  • Халыҡ -ара травматология үҙәге (2011 й.)
  • Онкология үҙәге (2009 й.)
  • Сапарморат Төркмәнбаши ис. үҙәк госпиталь (2001 й.)[45].
  • Стоматология үҙәге[46]
  • Фармацевтика предприятиеһы[46]

Халыҡ-ара медицина үҙәктәре дирекцияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ашхабадта заманса медицина ҡаласығы булдырылған. Уның составында[44]:

  • Халыҡ-ара күҙ ауырыуҙарын дауалау үҙәге — Урта Азиялағы иң ҙур үҙәк[47].
  • Халыҡ-ара медицина үҙәге
  • Халыҡ-ара эске ауырыуҙар үҙәге
  • Халыҡ-ара диагностика үҙәге
  • «Эне мяхри» халыҡ-ара әсә һәм бала һаулығын һаҡлау үҙәге.
  • Халыҡ-ара баш һәм елкә ауырыуҙарын дауалау үҙәге

Мәҙәниәт һәм сәнғәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Сапарморат Төркмәнбаши ис. төп драма театры
  • Молланепес ис. студенттар театры
  • Махтымкули ис. милли музыка-драма театры
  • Алп Арслан ис. төркмән милли йәштәр театры
  • Төркмәнстан дәүләт ҡурсаҡ театры
  • А. С. Пушкин ис. дәүләт рус драма театры
  • Төркмәнстан дәүләт циркы
  • Төркмәнстан дәүләт мәҙәни үҙәк музейы — 1990-сы йылдарҙа булдырылған иң ҙур музей. Филиалдары[48]:
    • «Гарашсызлык» музейы
    • «Галкыныш» музейы
    • «Битараплык» музейы
  • Сапарморат Төркмәнбаши ис. Төркмәнстан дәүләт һынлы сәнғәт музейы 1927 йылда булдырылған. Үҙәк Азияла иң ҙурҙарҙың береһе.
  • Төркмән келәме музейы 1993 йылда асылған. Бында келәмдәрҙең иң яҡшы өлгөләре йыйналған. Уларҙың иң иҫкеһе XVII быуатҡа ҡарай. Ошонда уҡ «Бөйөк Сапарморат Төркмәнбашиның алтын быуаты» атамалы ҡулдан эшләнгән донъялағы иң ҙур келәм һаҡлана. Уның майҙаны 301 м² самаһы, ауырлығы — тоннанан ашыу[49].
  • Ашхабад зоопаркы — ҡала янында урынлашҡан тәбиғи парк. Ул 2010 йылда асыла, дөйөм майҙаны 40 га.

Иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Алем» — мәҙәни-ял үҙәге. Бейеклеге 95 метр. Үҙәктәге «Күҙәтеү ҡуласаһы» аттракционы донъяла иң ҙурҙарҙан һанала.
  • «Halk hakydasy» мемориаль комплексы — Гёкдепе алышында, 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында, 1948 йылда Ашхабадтағы ер тетрәүҙә һәләк булғандар иҫтәлегенә булдырылған комплекс[50].
  • «Рухнама» китабына һәйкәл
  • «Огузкент» ҡунаҡханаһы
  • «Ниса» тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы — беҙҙең эраға тиклем III быуаттан алып беҙҙең эраның III быуатына ҡараған тарихи ҡаласыҡ.
  • Төркмәнстандың төп флагы — флагшток бейеклеге буйынса донъяла дүртенсе урынды биләй.
  • «Огузхан һәм уландары» фонтан комплексы — Төрки халыҡтарҙың легендар башлығы Огузхан һәм уның алты улы: ҡояш менән идара итеүсе Гюн-хан, ай менән — Ай-хан, йондоҙ менән — Йылдыз-хан, күк менән — Гек-хан, тау менән — Даг-хан, диңгеҙ менән идара итеүсе Денгиз-хан хөрмәтенә асылған архитектур-скульптура төркөмө. Гиннес рекордтары Китабы мәғлүмәттәре буйынса, 15 гектар майҙандағы комплекс берҙәм эшләүсе яҡтыртылған 27 фонтандан тора[51].
  • «Огузхан» һарай комплексы (төркм. “Oguzhan” Köşgi) — Төркмәнстан Президенты резиденцияһы. 2011 йылда асыла[52].
  • Эртогрулгазы мәсете — Төркиә хөкүмәтенән бүләккә төҙөлгән төрөк стилендәге мәсет.
  • Кёши районындағы мәсет
  • 8-се микрорайондағы мәсет
  • Иран мәсете
  • Бөйөк кенәз изге Александр Невский ҡорамы[53].
  • Николай Чудотворец ҡорамы
  • Доға ҡылыу йорто

Киң мәғлүмәт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ашхабадта Копетдаг тауы һыртында телерадиотапшырыу үҙәге урынлашҡан. Ул — ҡалалағы иң бейек архитектура ҡоролмаһы. Башняның бейеклеге 211 метр. Уны биҙәгән һигеҙ ҡырлы йондоҙ донъялағы иң ҙур йондоҙ һыны тип билдәләнә һәм Гиннес рекордттары китабына индерелә[54][55]. Төндәрен уның яҡтылығын ҡаланың һәр нөктәһенән күрергә була. Башняның 30 ҡатында күҙәтеү майҙансығы урынлашҡан. Ҡалала 7 телеканал бар. «Ашхабад» каналы — баш ҡалаға ғына эшләй[56].

Халыҡ-ара мөнәсәбәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дипломатик и консул вәкиллектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ашхабадтағы Рәсәй илселеге.

Ашхабадта халыҡ-ара танылған 30 илдең илселеге урынлашҡан. Шулай уҡ 15 халыҡ-ара ойошма вәкиллеге бар.

Халыҡ-ара ойошмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ашхабадтағы халыҡ-ара ойошмалар[57]:

  • Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы(БМО) вәкиллеге.
  • Превентив дипломатия буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының төбәктәге үҙәге[58]
  • Европала Хеҙмәттәшлек һәм хәүефһеҙлек ойошмаһы үҙәге[59]
  • Европа Берләшмәһенең бәйләнеш бюроһы
  • Төркиә Хөкүмәте янындағы Агентлыҡ вәкиллеге
  • Европа реконструкция һәм үҫеш банкы вәкиллеге
  • Азия үҫеш банкы вәкиллеге
  1. Туркменистан: золотой век 2016 йыл 14 сентябрь архивланған.
  2. Столица, устремлённая в будущее. 2018 йыл 6 август архивланған. // turkmenistan.gov.tm (09 ноября 2013 года)
  3. В Ашхабаде переименованы два городских этрапа. 2013 йыл 10 ноябрь архивланған. // news.asgabat.net (31 мая 2013 года)
  4. Population of Turkmenistan.
  5. Почтовые индексы (POÇTA INDEKSLERI). "Türkmenpoçta" Poçta aragatnaşygy döwlet kompaniýasynyň aragatnaşyk bölümleriniň. 2013 йыл 13 сентябрь архивланған. // turkmenpost.gov.tm
  6. Беломраморный Ашхабад — в Книге рекордов Гиннеса. 2016 йыл 4 март архивланған. // turkmenistan.gov.tm
  7. Ашхабад попал в Книгу рекордов Гиннесса как самый беломраморный город. // ria.ru (25 мая 2013 года)
  8. Ашхабад признан самым беломраморным городом в мире // bbc.co.uk (25 мая 2013 года)
  9. Перспективы Ашхабада: новая городская среда и транспортная инфраструктура. 2017 йыл 3 июль архивланған. // turkmenistan.gov.tm (28 ноября 2013 года)
  10. 10,0 10,1 Энциклопедия «Вокруг света». Город Ашхабад. 2016 йыл 5 март архивланған. // vokrugsveta.ru (версия 20:25, 17 сентября 2010 года)
  11. 11,0 11,1 11,2 Энциклопедия ТССР. Издательство «Главная редакция Туркменской Советской Энциклопедии», Ашхабад, 1984 г.
  12. 12,0 12,1 12,2 Академик. Энциклопедический словарь. Ашхабад. // dic.academic.ru
  13. В. Г. Ян. «Голубые дали Азии: путевые заметки». // Огни на курганах: Повести, рассказы, М.: Советский писатель, 1985. — С. 597—677.
  14. А. А. Никонов — «Ашхабадское землетрясение: проблемы и решения полвека спустя после катастрофы». // scgis.ru
  15. Туркменбаши превратил Ашхабад в учебник истории. // kommersant.ru (20 марта 2001 года)
  16. Арчабил (бывшая Фирюза) стал посёлком. // turkmenistan.ru (4 февраля 2008 года)
  17. Ашхабад прирос новыми территориями. 2018 йыл 1 сентябрь архивланған. // turkmenistan.ru (27 мая 2013 года)
  18. Объединены два этрапа туркменской столицы 2015 йыл 5 февраль архивланған. (4 мая 2015 года)
  19. Ашхабад. Население, язык, вероисповедание. // country.turmir.com
  20. Познавательный журнал «Школа жизни». Автор: Иван Пазий. «Что мы не знали о землетрясении 1948 года в Ашхабаде?» // shkolazhizni.ru (5 октября 2008 года)
  21. Две архитектурные достопримечательности Ашхабада отмечены на международном конкурсе. // turkmenistan.ru/ru (29 сентября 2012 года)
  22. Ашгабат — беломраморный город-сад и столица Нейтрального Туркменистана. // fishki.net (26 мая 2011 года)
  23. 23,0 23,1 Будущее беломраморной столицы. На глазах современников Ашхабад — столица Туркменистана превращается в крупный урбанизированный центр. // turkmenistan.gov.tm (5 декабря 2012 года)
  24. 24,0 24,1 Ашхабад, Туркменистан. 2017 йыл 9 июнь архивланған. // ashgabathotels.ru
  25. Ашхабад. Парки, скверы и развлекательные центры. 2013 йыл 21 октябрь архивланған. // ashgabat.gov.tm
  26. Президент Гурбангулы Бердымухамедов принял участие в открытии крупнейшего торгово-развлекательного центра 2016 йыл 20 декабрь архивланған.
  27. Ashgabat Shopping Mall (2007) 2013 йыл 5 октябрь архивланған. // polimeks.com
  28. Новое рождение торгового центра 2016 йыл 20 декабрь архивланған.
  29. Новый рынок «Алтын асыр» станет символом благополучия Туркменистана. // turkmenistan.ru (12 февраля 2011 года)
  30. «Сделано в Туркменистане». // turkmenistan.ru (17 марта 2005 года)
  31. Информация для абонентов «МТС-Туркменистан». 2016 йыл 20 ноябрь архивланған. // mts.tm
  32. TMCELL начинает подключение абонетов к сети LTE 2017 йыл 6 декабрь архивланған. // tmcell.tm (17 сентября 2013 года)
  33. Президент Туркмении принял участие в приуроченном к 15-летию независимости страны открытии трёх объектов
  34. Президент Туркменистана проинспектировал строительство дорожно-транспортных и социально-бытовых объектов Ашхабада
  35. Ашхабадский железнодорожный вокзал будет реконструирован к 2009 году
  36. Туркменистан: золотой век 2020 йыл 14 июль архивланған.
  37. Национальная авиакомпания Туркменистана откроет ряд новых рейсов
  38. В Ашхабаде будет построен крупнейший в Центральной Азии аэропорт
  39. Малый терминал будет обслуживать авиапассажиров 2017 йыл 12 август архивланған.
  40. 40,0 40,1 Социально-экономическое положение города Ашхабада и велаятов за 2013 год 2013 йыл 21 март архивланған.
  41. Президент Гурбангулы Бердымухамедов принял участие в открытии Центра технологий // turkmenistan.gov.tm (12 июня 2014 года)
  42. В 2017 году Туркменистан примет V Азиатские игры в закрытых помещениях. // turkmenistan.ru (20 декабря 2010 года)
  43. «Небесные» скакуны — наша гордость и слава. Праздничные торжества в Международном конноспортивном комплексе. 2020 йыл 14 июль архивланған. // .turkmenistan.gov.tm (29 апреля 2012 года)
  44. 44,0 44,1 Электронная газета «Туркменистан: золотой век». Во имя здоровья и благополучия туркменистанцев. 2017 йыл 12 август архивланған. // turkmenistan.gov.tm (21 июля 2012 года)
  45. В Ашхабаде открылись два новых медицинских центра. // turkmenistan.ru (24 октября 2001 года)
  46. 46,0 46,1 Электронная газета «Туркменистан: золотой век». Торжества по случаю открытия и закладки фундамента новых объектов сферы здравоохранения. 2017 йыл 12 август архивланған. // turkmenistan.gov.tm (19 июля 2013 года)
  47. В Туркменистане открыт первый в регионе Центр лечения глазных болезней. // turkmenistan.ru (22 июля 2011 года)
  48. Музеи 2017 йыл 12 август архивланған.
  49. Музей туркменского ковра(недоступная ссылка)
  50. Президент Туркменистана принял участие в открытии мемориального комплекса и траурных мероприятиях Дня памяти
  51. Амангельды Нурмурадов. Мировой рекорд по фонтанам установлен в Туркмении. РИА Новости (30 август 2010). Дата обращения: 30 август 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  52. Новой резиденцией президента Туркменистана стал Дворцовый комплекс «Огузхан». // turkmenistan.ru (19 мая 2011 года)
  53. Приходы. Список приходов Патриаршего благочиния в Туркменистане. 2011 йыл 10 август архивланған. // pravoslavie.tm
  54. Туркменистан вновь попал в Книгу рекордов Гиннеса. // vesti.ru (31 октября 2011 года)
  55. Туркменская гигантомания вновь попала в Книгу рекордов Гиннесса. // trud.ru (31 октября 2011 года)
  56. На туркменском телевидении появится шестой канал. // turkmenistan.ru (21 февраля 2011 года)
  57. Официальный сайт. Министерство иностранных дел Туркменистана. Дипломатические представительства иностранных государств и международных организаций, аккредитованные в Туркменистане. // mfa.gov.tm
  58. Центр новостей ООН. Совет Безопасности обсудил деятельность Регионального центра по превентивной дипломатии в Центральной Азии. // un.org (15 июля 2011 года)
  59. Центр ОБСЕ в Ашхабаде // osce.org