Апартеид
Апартеид, апартһейд[1] (африк. apartheid — «айырымлыҡ», йәғни айырым йәшәү, эшләү һ. б.) — 1948—1994 йылдарҙа Көньяҡ Африка Республикаһында (КАР, 1961 йылға тиклем Көньяҡ Африка Союзы, КАС) идара итеүсе Милли партия тарафынан алып барылған рәсми сәйәсәт, асылы раса сегрегацияһынан, йәғни халыҡты расаларға айырып ҡарауҙан, ғибәрәт.
Ниндәй ҙә булһа билдәләр буйынса айырып ҡарау КАР-ҙағы тарихи сегрегация өлгөһөндә шулай уҡ апартеид тип аталырға мөмкин.[2][3]
Асылы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]КАР-ҙа апартеид банту халыҡтарын махсус резервацияларға (бантустандарҙа) ҡыуып индерә, был биләмәләр европалылар килгәнгә тиклем бантуҙар йәшәгән ер майҙандарының 30 процентында урынлаша. Резервацияларҙан сығыу һәм ҙур ҡалаларға килеү тик махсус рөхсәт буйынса ғына йәки эш урыны булғанда ғына (ерле халыҡ нигеҙҙә хеҙмәтләндереү өлкәһендәге бысраҡ һәм ауыр эштәргә генә алына) мөмкин була. Апартеид ҡоролошон индереү барышында КАР-ҙың ҡара тәнле халҡы граждан хоҡуҡтарының бөтәһенән дә тиерлек мәхрүм ителә. Белем биреү, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәттәре «айырым булһа ла, тиң шарттарҙа» күрһәтелә, тип раҫлана, ләкин ғәмәлдә ҡара тәнлеләргә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты күпкә түбән була. Европалағы «һулдарҙың» фашлауҙарына Көньяҡ Африка хөкүмәте биргән аңлатмаларҙан күренеүенсә, негр табиптары, йән башына күсереп иҫәпләгәндә, хатта күберәк булһа ла, уларҙың түбән квалификациялы булыуы арҡаһында дауалау сифаты ла насарыраҡ. Ә бының сәбәбе әүәлге дәүләт сәйәсәтенең белем биреү өлкәһендәге хатаһына — ҡара тәнле студенттарҙы күбәйтеү маҡсатында негр абитуриенттарына талаптарҙың йомшаҡ булыуына бәйләп күрһәтелә. Хөкүмәт, үҙе тарафынан күрелгән яңы саралар медицина хеҙмәттәрендәге тиңһеҙлекте XXI быуат башына бөтөрөр, тип фараз итә. Ләкин был пландарға ғәмәлгә ашырға насип булмай.
Ҡара тәнле халыҡты сәйәси хоҡуҡтарҙан мәхрүм итеү Европа колонияларында әүәлдән килгән ғәҙәт була, ләкин Африкала колониялар бөтөрөлгәс, ул апартеид сәйәсәтенең өлөшө булараҡ ҡарала башлай.
Апартеидҡа ҡаршы көрәш 1970-се һәм 1980-се йылдарҙа БМО-ның өҫтөнлөклө бурыстарының береһенә әйләнә. Көрәшкә күп һанлы хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары ҡушыла. КАР-ҙа эске диссидентлыҡ хәрәкәте көсәйә. Апартеид режимының ҡолауы Нельсон Мандела һәм уның Африка милли конгресындағы (АМК) фекерҙәштәренең әүҙем эшмәкәрлеге менән бәйләп ҡарала. Һуңғараҡ Нельсон Мандела был көрәше өсөн Нобелдең тыныслыҡ премияһы менән бүләкләнә . АМК-ның ҡораллы көрәше һәм расасылыҡҡа ҡаршы күрелгән халыҡ-ара саралар менән бергә апартеид ҡоролошоноң ҡолауына аҡ тәнлеләр һанының 1940 йылдағы 21 проценттан 1990 йылға 11 процентҡа ҡалып ҡыҫҡарыуы ла, йәнә Фредерик де Клерк идара иткән осорҙа апартеид ҡоролошон һүтеүгә йүнәлтелгән саралар ҙа булышлыҡ итә.
Апартеид осоронда меңдәрсә сәйәси тотҡон ябылған «Роббен-Айленд» төрмәһе апартеид символы булып ҡала. Хәҙер төрмә КАР-ҙа туристар ҡарай торған ҡомартҡы булып тора.
Апартеид ҡоролошоноң барлыҡҡа килеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Билдәле булыуынса, «апартеид» (дөрөҫөрәге, «апартһейд», африкаанс теленән «айырымлыҡ» тип тәржемә ителә) һүҙен беренсе тапҡыр 1917 йылда үҙенең телмәрендә Ян Христиан Смэтс ҡуллана, ул 1919 йылда КАС-тың премьер-министры итеп тәғәйенләнә. Апартеидты ғәҙәттә 1948 йылдан 1994 йылға тиклемге осорҙа хөкүмәттә африканерҙарҙың, йәғни голланд, немец, француз сығышлы колонистар тоҡомдарының, өҫтөнлөк итеүе менән бәйләһәләр ҙә, Британия империяһы әле XIX быуатта уҡ ҡара тәнле африкандарҙы үҙ төбәктәренән аҡ һәм төҫлө тәнлеләр биләгән Кап колонияһы менән Наталь яғына күсенеү хоҡуғынан мәхрүм иткән. Ҡара тәнлеләргә был ерҙәргә күсенеү генә түгел, хатта махсус рөхсәттән тыш барыу ҙа тыйылған. Кейптаунда һәм Наталдәге ҡалаларҙа уларға ҡояш байығандан һуң урамға сығырға ярамаған.
Йәғни, был миҫалдарҙы килтереп, апартеид сәйәсәте — ул Көньяҡ Африкала аҡ хөкүмәттәр әүәлдән алып барған кеше айырыу сәйәсәтен дауам итеү, тип раҫламаҡсы булалар. Был сәйәсәт өлгөһө итеп 1912 йылғы Ер актын һәм ҡара тәнле африкандарҙың эшкә алыныуына сикләүҙәр индереүҙе килтерергә була. Был документтар инглиз-бур һуғышынан һуң бур республикаларының (Трансвааль һәм Һары азат республика) Британия империяһы менән килешеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Икенсе яҡтан, башта апартеид идеяһы тик сәйәси айырыуҙы ғына («ҙур апартеид») күҙҙә тота, көнкүреш кимәленә («ваҡ апартеид») ҡағылмай, тигән фекер ҙә йәшәй. Мәҫәлән, Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Смэтстың Берләшкән партияһы хөкүмәте сегрегациялау (айырыу) закондарының үтәлешен әллә ни ҡаты күҙәтмәй.
1948 йылғы дөйөм һайлау алдынан барған һайлау алды кампанияһында Милли партия апартеид сәйәсәтен үҙ программаһының нигеҙе итә. Ул, Смэтстың Берләшкән партияһын күпкә артта ҡалдырып, еңеп сыға һәм протестант руханийы Д. Ф. Малан етәкселегендәге Африканерҙар партияһы менән коалицион хөкүмәт төҙөй. Ғәмәлдә, африканер милләтселәренең Брудербонд тигән йәшерен ойошмаһы власҡа килә.
Хөкүмәт йәһәтләп апартеидты индереүгә тотона. Ҡатнаш никахтарҙы тыйған закондар сығарыла, бөтә граждандарҙы расаларға бүлеү индерелә, ауыр осраҡтарҙы ҡарау өсөн комиссия төҙөлә. 1950 йылда ҡабул ителгән Төркөмдәр өлкәләре тураһындағы закон (Group Areas Act) апартеидтың нигеҙенә әүерелә, раса буйынса географик бүленеште ғәмәлгә ашырыу уның төп маҡсаты була. Апартһейд ҡоролошон рәсмиләштереү Азия һәм Африка илдәрендә колонияларға ҡаршы көрәш ҡыҙған шарттарҙа бара, был Милли партия хөкүмәтенең сәйәсәтендә лә сағылмай ҡалмай. Апартһейд аҡтарға ҡара тәнлеләр йәшәгән территорияларҙы сикләү аша үҙ хакимлығын һаҡларға ярҙам итергә тейеш була. Был махсус биләмәләр, һоумлендтар, һуңынан бантустан тигән атама аҫтында киң билдәлелек ала. Уларҙа ерле африкан сәйәси элита контроле аҫтында ҡара тәнле халыҡтың күпселек өлөшөн туплау күҙаллана, ә аҡ тәнлеләргә беркетелгән биләмәләрҙә сәнәғәт предприятиеларында һәм аҡ тәнлеләрҙе хеҙмәтләндереүҙә эшләүселәр генә ҡалдырыла. 1953 йылда айырым хеҙмәтләндереү тураһындағы закон (Separate Amenities Act) сығарыла, уға ярашлы, айырым пляждар, йәмәғәт транспорты, дауаханалар, мәктәптәр һәм университеттар булдырыла. Паспорт режимы тағы ла ҡәтғиләшә төшә. Бынан ары ҡара тәнле африкандар үҙҙәре менән шәхес таныҡлығын даими йөрөтөргә тейеш була. Был уларҙың илдәге «аҡ» төбәктәргә күсенеүен бик ныҡ ҡатмарлаштыра. Был закон индерелеү менән ҡара тәнле африкандарға махсус рөхсәттән тыш «аҡ» ҡалаларҙа йәшәү, хатта уларға барып килеү ҙә тыйыла.
Маландан һуң премьер-министр вазифаһын биләгән Йоһаннес Стрейдом ҡара тәнлеләрҙе тауыш биреү хоҡуғынан да мәхрүм итә. Уға тиклемге хөкүмәт 1951 йылда Һайлаусыларҙың айырым вәкәләтлелеге тураһында закон ҡабул итә, ләкин уның конституцияға ярашлылығы өҫтөнән дәғүә дүрт һайлаусынан торған төркөм тарафынан Берләшкән партия булышлығы менән судҡа бирелә. Кап провинцияһының Юғары суды уларҙың дәғүәһен ҡарауҙан баш тарта, ләкин Апелляция суды уларҙың протесын ҡабул итә һәм закондың көсө юҡлығын таный, сөнки конституцияны үҙгәртер өсөн парламенттың ике палатаһы депутаттарының өстән ике өлөшөнөң тауышы талап ителә. Ул сағында хөкүмәт, Парламент юғары суды тураһында закон сығарып, парламентҡа суд ҡарарҙарын кире ҡағыу хоҡуғын бирә. Апелляция суды ла, Кап провинцияһы суды ла быны законһыҙ тип таба. 1955 йылда Стрейдомдың хөкүмәте Апелляция судында судьялар һанын биштән ун бергә еткерә, яңы урындарға апартеид сәйәсәте яҡлы судьяларҙы тәғәйенләй. Шул уҡ йылды Сенат тураһында закон сыға, ул депутаттар һанын 49-ҙан 89-ға еткерә, һөҙөмтәлә Милли партияның урындары һаны 79-ға етә. Ниһайәт, ике палатаның берлектәге ултырышында Һайлаусыларҙың айырым вәкәләтлелеге тураһындағы закон ҡабул ителә, һәм Кап провинцияһында төҫлө һайлаусыларҙың айырым исемлеге төҙөлә.
Төп «апартеид закондары» түбәндәгеләр була:
- Ҡатнаш никахтарҙы тыйыу тураһындағы законға төҙәтмә (1949)
- Әхлаҡһыҙлыҡ тураһындағы законға төҙәтмә (1950). Был закон аҡ тәнле менән башҡа раса кешеһенең енси бәйләнешен ауыр енәйәттәр иҫәбенә индерә.
- Халыҡты теркәү тураһындағы закон (1950). Был законға ярашлы, һәр граждан аҡ, төҫлө йәки банту булараҡ теркәлергә тейеш була (Милли партия хөкүмәте рәсми документтарҙан «ерле халыҡ» төшөнсәһен алып ташлай һәм уның урынына «банту» тигән һүҙҙе ҡуллана).
- Төркөмдәр өлкәләре тураһындағы закон (1950 йылдың 27 апреле). Был закон буйынса ил бер нисә өлкәгә бүленеп, уларҙың һәр ҡайһыһы ниндәй ҙә булһа раса төркөмөнә тапшырыла. Ул апартеидтың нигеҙенә әүерелә, сөнки, нәҡ уға нигеҙләнеп, сәйәси һәм социаль айырымланыу ҡоролошо төҙөлә.
- Бантуҙарҙың үҙидараһы тураһындағы закон (1951). Был закон ҡара тәнле африкандар өсөн айырым «хөкүмәт» структуралары булдыра.
- Биналарҙы законһыҙ биләүгә ҡаршы көрәш тураһындағы закон (1951). Был закон властарға ҡара тәнле африкандар йәшәгән аласыҡтарҙы емереү хоҡуғын бирә.
- Ерле халыҡтан булған төҙөлөш эшселәре, ерле хеҙмәттәргә һалым индереү тураһындағы закон (1951). Был закон аҡ тәнле яллаусыларҙың законлы ҡала кешеһе тип танылған ҡара тәнле эшселәр өсөн торлаҡ төҙөү сығымдарын ҡаплауын талап итә.
- Айырым хеҙмәтләндереүҙе тәьмин итеү тураһындағы закон (1953). Был закон төрлө расаға ҡараған кешеләргә бер үк йәмәғәт биналары (ял бүлмәләре һ.б.) менән файҙаланыуҙы тыя.
- Бантуҙарҙың белем алыуы тураһындағы закон (1953). Был закон ҡара тәнле африкандарҙың белем алыуы өҫтөнән контроллек итеүҙе дәүләткә тапшыра һәм миссионер мәктәптәрен тыя.
- Бантуҙарҙың ҡала өлкәләре тураһындағы закон (1954). Был закон ҡара тәнле африкандарҙың ҡалаларға күсенеүен сикләй.
- Шахталар һәм эш тураһындағы закон (1956). Был закон эшкә ҡабул иткәндәге дискриминацияны рәсмиләштерә.
- Ҡара тәнле африкандарҙың үҙидараһын яҡшыртыу тураһындағы закон (1958). Был закон бантустандарҙа — ҡара тәнле африкандарҙың тауыш биреү хоҡуғы булған махсус өлкәләрҙә — айырым территориаль хөкүмәттәр булдыра.
- Бантуҙарҙың инвестиция корпорациялары тураһындағы закон (1959). Был закон капиталды бантустандарға күсереү механизмын эшләй, һөҙөмтәлә уларҙа эш урындары булдырыу мөмкинлеге асыла.
- Университет белеме биреүҙе киңәйтеү тураһындағы закон (1959). Был закон ҡара тәнлеләр, төҫлө тәнлеләр һәм һиндтәр өсөн айырым университеттар асыуҙы күҙҙә тота.
- Физик планлаштырыу һәм ресурстарҙы файҙаланыу тураһындағы закон (1967). Был закон хөкүмәткә «аҡ» райондарҙа сәнәғәт предприятиелары төҙөүҙе туҡтатыу һәм уларҙы бантустандар эргәһенә күсереү мөмкинлеген бирә. Шулай итеп, ҡара тәнле африкандарҙың эш табыу еңелләшкән бантустандарға күсенеүе әүҙемләштерелә.
- Бантустандарҙа гражданлыҡ тураһындағы закон (1970). Был закон бантустандарҙа йәшәүселәрҙең статусын үҙгәртә: улар КАР гражданлығын юғалта. Был илдең «аҡ» өлөшөндә аҡ тәнлеләрҙе күпселеккә әйләндереү өсөн эшләнә.
- Африкаанс телендә уҡытыу тураһындағы указ (1974). Уға ярашлы, бантустандарҙан ситтә уҡытыу яртылаш инглиз телендә, яртылаш африкаанста алып барылырға тейеш була.
Башҡа илдәр (мәҫәлән, АҠШ) дискриминациялаусы закондарҙы юҡҡа сығарған бер ваҡытта КАР-ҙа, киреһенсә, раса-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе яңынан-яңы хоҡуҡи акттар ҡабул ителә. Аҡ тәнле африкандарҙың апартеид яҡлы булыуы ниндәйҙер кимәлдә демография менән бәйле була: аҡ тәнлеләр һаны тәбиғи юл менән кәмей барған, ҡара тәнлеләр һаны артҡан осорҙа улар илдә үҙ хакимлығын һаҡлап ҡалырға тырыша.
Апартеид ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көндәлек тормош
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Апартеид ҡоролошо закон менән билдәләнә: бөтә сикләүҙәр закон менән нығытыла. Мәҫәлән, Айырым хеҙмәтләндереүҙе тәьмин итеү тураһындағы закон властарға төрлө раса кешеләренә төрлө сифатлы хеҙмәттәр күрһәтеүҙе рөхсәт итә.
- Африкандарға «аҡ Көньяҡ Африка» тип билдәләнгән өлкәләрҙә (асылда, бөтә мөһим ҡалалар һәм иҡтисади зоналар) махсус рөхсәтһеҙ предприятие асыу йәки эштәр башҡарыу тыйыла.
- Сегрегация транспортта һ.б. йәмәғәт урындарында тормошҡа ашырыла.
- Ҡара тәнлеләргә махсус пропускһыҙ аҡ зоналарҙа йәшәү, эшләү, йөрөү тыйыла.
Бантустандар системаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Апартеид яҡлылар фекеренсә, системаны тулыһынса индергәс, ҡара тәнле африкандар, Көньяҡ Африка Республикаһы граждандары булыуҙан туҡтап, бойондороҡһоҙ дәүләтте хәтерләтергә тейеш булған резервацияларҙың (англ. homelands) граждандарына әйләнә. Шулай итеп, КАР-ҙа эшләп йөрөгән бантустанлылар ваҡытлы рөхсәт менән эшкә алынған хеҙмәт иммигранттары тип таныла.
КАР хөкүмәте илде бер нисә өлкәгә бүлергә тырыша. Ил биләмәләренең 87 проценты (шуның 40 проценты самаһын буш Вельд платоһы алып тора) аҡтарға, төҫлө тәнлеләргә һәм һиндтәргә бирелә. Ҡалған 13 процентында ҡара тәнле африкандар (бөтә халыҡтың 80 проценты) өсөн ун «резервация» урынлаша. Ҡайһы бер бантустандарға «бойондороҡһоҙлоҡ» бирелә, ләкин уны башҡа илдәр араһында таныусы табылмай.
Ҡара тәнле африкандарҙың күбеһе уларҙың бантустаны «бойондороҡһоҙ» тип иғлан ителгәндән һуң гражданлыҡтан мәхрүм ителә. Шулай итеп, улар сит илгә сығыу хоҡуғын биргән КАР паспортын ала алмай. Хәйер, паспортты унһыҙ ҙа алыу бик ҡатмарлы була. Паспортлы булыу хоҡуҡ түгел, өҫтөнлөк булып тора.
Мәжбүри күсереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1960-сы, 1970-се йылдарҙа һәм 1980-се йылдар башында хөкүмәт «күсереп ултыртыу» сәйәсәтен үткәрә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул йылдарҙа күсереп ултыртылған халыҡ һаны өс ярым миллионға етә. Түбәндәге төркөмдәр күсенергә мәжбүр ителә:
- Аҡтарҙың фермаларында ялланып эшләүселәр
- Аҡ фермалар араһында утрау-утрау булып тороп ҡалған ҡара тәнлеләрҙең ерҙәрендә йәшәүселәр
- Бантустандарға яҡын урынлашҡан ҡалалар ситендәге биҫтәләрҙә йәшәүселәр
- Ҡалаларҙағы «артыҡ кешеләр»
1950-се йылдарҙағы иң билдәле һәм иң күләмле күсереүҙәр Йоһаннесбургта була. Ундағы 60 мең кеше ҡала янындағы Соуэто тигән биҫтәгә күсерелә.
Артабанғы йылдарҙа Йоһаннесбург эргәһендәге Софиятаун тигән биҫтә лә ҡара тәнлеләрҙән бушатыла һәм аҡ тәнлеләр ҡарамағына тапшырыла. Артабан Дурбанда һәм Кейптаунда (55 мең төҫлө тәнле һәм һинд күсерелә) ҡараларҙан ер бушатыу осраҡтары була. Төркөмлө өлкәләр тураһындағы закондан ҡара тәнлеләр генә түгел, 600 мең төҫлө тәнле, һинд һәм ҡытай, шулай уҡ 40 мең аҡ тәнле зыян күрә.
«Төҫлөләр»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Законға ярашлы, илдең бөтә халҡы дүрт төркөмгә бүленә: ҡара тәнле африкандар, аҡ тәнлеләр, азиаттар (башлыса һиндтәр) һәм «төҫлөләр». Һуңғыһына ҡатнаш сығышлылар индерелә, улар араһында нәҫелендә койсандар ҙа, бантуҙар ҙа, европалы иммигранттар ҙа (шулай уҡ малайҙар ҙа) ҡатнашып бөткәндәре була; «төҫлөләр» иҫәбенә «таҙа ҡанлы» койсандар ҙа эләккеләй. КАР властары кемдәрҙең «төҫлөләргә» ҡарауын билдәләй торған ҡатмарлы ҡағиҙәләр төҙөй. Ҡарар сығарыу ваҡ чиновниктарға йөкмәтелә. Бер ғаилә кешеләренең төрлө төркөмдәргә индерелеү осраҡтары ла була.
Апартеид осоронда төҫлөләр ҙә дискриминацияға дусар ителә: уларҙы махсус ҡала яны биҫтәләренә күсерәләр, бының өсөн улар оҙаҡ йәшәгән йорттарын ҡалдырып китергә мәжбүр ителә. Төҫлөләр алған белем сифаты ла насарыраҡ була (ләкин ҡара тәнле африкандар алған белем сифатынан яҡшыраҡ). Төҫлөләрҙән күптәр апартеид менән көрәшкә өлөш индерә: мәҫәлән, 1902 йылда ойошторолған Африка сәйәси ойошмаһы үҙ сафтарына тик төҫлөләрҙе генә ала.
«Рәсми» апартеид осоронда — 1950 йылдан 1983 йылға тиклемге арауыҡта — төҫлөләр, ҡара тәнлеләр кеүек үк, ғәмәлдә тауыш биреү хоҡуғынан мәхрүм була. 1983 йылда конституцияға индерелгән төҙәтмәгә ярашлы, төҫлөләр һәм азиаттар өс палаталы парламентҡа һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә була.
Апартеидҡа ҡаршы көрәш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡ тәнле халыҡ араһында апартеидты хупламағандар ҙа була. Ҡасандыр төрлө раса студенттары уҡыған университеттарҙың етәкселеге һәм уҡытыусылары араһында апартеид сәйәсәте йыш тәнҡитләнә.
Шулай уҡ Икенсе донъя һуғышы ветерандары ойошмаларының ҡайһы берҙәре лә апартеидты хупламай. Апартеид сәйәсәтен үткәргән Милли партияның һуғыш ваҡытында нацизмға теләктәшлек күрһәтеүе был ҡаршылыҡ сәбәптәренең береһе була. Элекке хәрби лётчик Адольф Малан 1950-се йылдарҙа киң ҡоласлы манифестациялар ойоштора.
Апартеидҡа ҡаршы көрәшкән Көньяҡ Африка коммунистар партияһында ла аҡ тәнлеләр күп була[4][5][6]. Улар араһында Джо Слово, Рут Ферст, Абраһам (Брам) Фишер, Ронни Касрилс ҙур әүҙемлек күрһәтә.
1948 йылда власҡа килеп, апартеидты рәсми сәйәсәт тип иғлан иткән Милли партия хөкүмәтенең аҡ тәнле булмағандарға ҡарата репрессиялар башлауы Африка милли конгресы (АМК) эшмәкәрлеген йәнләндерә. 1949 йылда АМК забастовкалар, протест демонстрациялары, граждандарҙың буйһонмаусылыҡ акцияларын үткәреүҙе күҙҙә тотҡан программа ҡабул итә. 1955 йылдың 25 — 26 июнендә бер нисә ойошма, шул иҫәптән Һинд комитеты, АМК, Йоһаннесбург эргәһендәге Клиптаунда «Халыҡ конгресына» йыйыла һәм Азатлыҡ хартияһын ҡабул итә, унда Көньяҡ Африка Союзын (КАС) раса дискриминацияһын белмәгән демократик дәүләт итеү идеяһы күтәрелә. Хартия шулай уҡ монополиялар хужа булған «ер аҫты минераль байлыҡтарын», банктарҙы һәм сәнәғәт предприятиеларын национализациялауҙы күҙҙә тота[7]. Хартия ҡабул ителгәндән һуң апартеид дошмандары (юлбашсы Лутули, Нельсон Мандела, Уолтер Сисулу, Мозес Котане, Оливер Тамбо, Расти Бернштейн, Джо Слово һ.б.), дәүләткә хыянат итеүҙә ғәйепләнеп, ҡулға алына, ләкин 1961 йылдың 29 мартында суд уларҙы аҡлай[7].
1960 йылдың 21 мартында Шарпевиль ҡасабаһында полиция ҡоралһыҙ ҡара тәнле демонстранттарға ҡаршы ут аса, 69 кешене һәләк итә, был бөтә донъяла асыу уята. Ошо ваҡиғанан һуң апартеидҡа ҡаршылар көс ҡулланыу юлына күсергә ҡарар итә, ошо маҡсатта «Умконто ве сизве» («Милләт һөңгөһө») тигән хәрби ойошма төҙөлә. Шул уҡ йылды КАС Британия Берләшмәһенән сыға һәм үҙен Республика (КАР) тип иғлан итә.
Илдәге көсөргәнешле хәл 1976 йылда Йоһаннесбург яны биҫтәһе Соуэтола ҡара тәнле африкандарҙың ихтилалы башланыуға сәбәп була. Ул башҡа ҡалаларға ла тарала. Илдә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителә, шуға ҡарамаҫтан болалар йылға яҡын дауам итә.
Соуэтолағы ваҡиғаларҙан һуң Көнбайыш илдәре КАР-ға ҡаршы санкциялар индерә. 1977 йылда төрмәлә хоҡуҡ яҡлаусы Стив Биконың һәләк булыуы донъяла асыу тулҡынын ҡуҙғата. Ошо ваҡиғалар, шулай уҡ Анголалағы һуғышта еңелеү, Мәғлүмәт министрлығындағы коррупцияға бәйле янъял («Эшель Руди афераһы») хөкүмәттең позицияларын ҡаҡшата. Апартеидты ҙур ныҡышмалылыҡ менән үткәргән премьер-министр Балтазар Форстер, юстиция, полиция һәм төрмәләр министры Джимми Крюгер, Дәүләт хәүефһеҙлеге бюроһы директоры Һендрик ван ден Берг отставкаға китергә мәжбүр була.
Яңы Питер Бота хөкүмәте һаҡ ҡына реформалар үткәрә башлай — транспортта, спортта сегрегациянан баш тартыла, африкандарҙың профсоюздары легалләштерелә.Илдең яңы конституцияһы ҡабул ителә, ул КАР-ҙы президент республикаһына әүерелдерә һәм аҡ тәнлеләр, төҫлөләр һәм һиндтәрҙең һәр ҡайһыһына тәғәйенләнгән өс палаталы парламент булдырыуҙы күҙҙә тота (шул уҡ ваҡытта ил халҡының күпселеген тәшкил иткән ҡара тәнлеләргә тауыш хоҡуғы бирелмәй). Ҡара тәнлеләр, тәбиғи, был конституция менән ҡәнәғәт булмай, уға ҡаршы демонстрациялар үтә, забастовкалар башлана.
1985 йылдың мартында полиция тыныс демонстрацияны тағы ата. Һөҙөмтәлә дөйөм забастовка башлана, ул, бөтә ҡалаларға таралып, ҡара тәнле африкандарҙың ихтилалына әйләнә. 25 меңләп кешене ҡулға алыуға ҡарамаҫтан, хөкүмәт 1986 йылдың аҙағына тиклем фетнәне баҫа алмай.
БМО һәм Халыҡ-ара енәйәт суды
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1973 йылда БМО Генераль ассамблеяһы Апартеид енәйәтен туҡтатыу һәм уның өсөн яза биреү тураһында халыҡ-ара конвенция ҡабул итә[8][9]. Конвенция БМО ағзаһы булған илдәр КАР хөкүмәтенең сәйәсәтен үҙгәрттерерлек санкциялар индерә алһын өсөн юридик нигеҙҙәр булдырыу маҡсатын ҡуя. Конвенция 1976 йылда көсөнә инә.
Рим статуты апартеидты кешелеклелеккә ҡаршы 11 енәйәттең береһе тип ҡарай. Күпселек дәүләттәр (шул иҫәптән КАР) граждандарының бындай енәйәтте ҡылған йәки уға булышлыҡ иткән өсөн Халыҡ-ара енәйәт суды алдына баҫыуы ихтимал[10].
Спорт ярыштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күп йылдар буйына КАР спортсылары халыҡ-ара спорт ярыштарында ҡатнаштырылмай.1976 йылда Африка илдәре тарафынан Олимпия уйындарына бойкот иғлан ителеүе киң билдәле.
Апартеид осоро тамамланыу (1989—1994 йылдар)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990-сы йылдар башына КАР-ҙың хакимлыҡ иткән элитаһы аңында үҙгәрештәр шәйләнә башлай. Быға 80-90-сы йылдарҙа донъяла сәйәси хәл үҙгәреүе сәбәпсе була. АҠШ Президенты Джордж Буш (өлкән) иғлан иткән һәм бөтә донъяла демократия төҙөүҙе күҙҙә тотҡан «яңы донъя тәртибе» шарттарында Көньяҡ Африка Республикаһында раса бүленеше хакимлыҡ иткән ҡоролошто һаҡлау АҠШ һәм Европа Берләшмәһе илдәренең мәнфәғәттәренә тап килмәй. КАР-ҙың Көнбайыш илдәренең сәйәси һәм иҡтисади санкциялар индереүенән хәүефләнгән иҡтисади даирәләре, курсты үҙгәртеүҙе талап итеп, хөкүмәткә баҫым яһай башлай.
1990 йылдың февралендә парламент сессияһын асҡанда КАР президенты Фредерик де Клерк АМК, Панафрика конгресы эшмәкәрлегенә тыйыуҙы ала һәм Нельсон Манделаның азат ителеүе хаҡында белдерә.
1990 йылдың 2 майында АМК лидерҙарының КАР хөкүмәте менән осрашыуы була, унда сәйәси тотҡондарҙы амнистиялау һәм артабан аҡлау тураһында килешеү төҙөлә. 1991 йылдың 30 апреленә апартеидҡа ҡаршы көрәшкән 933 кеше иреккә сығарыла. 6000-ләп сәйәси эмигрант КАР-ға әйләнеп ҡайта.
Шул уҡ йылды аҡ тәнле һул либераль сәйәсмәндәр һәр раса төркөмөнөң закондар сығарыу органында тиңлеген күҙҙә тотҡан һәм бер расаға ла хакимлыҡ алыу ихтималлығын ҡалдырмаған яңы дәүләт моделен тәҡдим итә. Ләкин Н. Мандела был тәҡдимде кире ҡаға.
Сәйәси хәлдә билдәһеҙлек де Клеркты яңы аҙымдарға этәрә. Мандела менән сираттағы осрашыуҙа ул конституция проектын һайланма конституция йыйыны тарафынан эшләү һәм һайлауҙар һөҙөмтәһендә күп расала күсеш хөкүмәте төҙөү хаҡында протоколға ҡул ҡуя.
«Инката» хәрәкәте, ул хәҙер Инката Азатлыҡ партияһы (ИАП) тип йөрөтөлә башлай, был килешеүгә ҡаршы сыға, 1992 йылдың декабрендә юлбашсы Мангосуту Бутелези Квазулу бантустаны менән Натал провинцияһынан торған буласаҡ дәүләттең конституцияһы проектын баҫтырып сығара. Бопутатсвана һәм Сискей бантустандарының (ул мәлгә де-факто бойондороҡһоҙ дәүләттәрҙең) лидерҙары күп расалы унитар дәүләт төҙөүҙә ҡатнашыуҙан баш тарта.
АМК һәм ИАП яҡлылар араһында ҡораллы бәрелештәр башлана.
Шул уҡ ваҡытта Панафрика конгресы ағзалары ла ҡораллы хәрәкәттәрҙе көсәйтә. Улар ваҡыт-ваҡыт полиция хеҙмәткәрҙәренә һәм аҡ фермерҙарға һөжүм итә. 1993 йылдың 27 мартындағы митингыла ПАК етәксеһе Кларенс Маквету аҡ тәнле ҡатын менән уның ике балаһын үлтереү өсөн яуаплылыҡты үҙ ойошмаһы өҫтөнә ала.
Аҡ тәнлеләр әүҙем ҡораллана. 1990—1992 йылдарҙа утлы ҡорал йөрөтөүгә көн һайын 500-ҙән ашыу лицензия бирелә. Африканерҙар халыҡ фронты (АХФ) төҙөлә, унда аҡтарҙың 20-нән ашыу ойошмаһы инә. АХФ Бур халыҡ армияһын төҙөү маҡсатын ҡуя.
Илдә киң күләмле граждандар һуғышы тоҡанырға тора.
Килеп тыуған хәлдә, халыҡ-ара баҫымды ла иҫәпкә алып, Фредерик де Клеркҡа дөйөм демократик һайлауҙар үткәреүҙән башҡа сара ҡалмай.
Һайлау 1994 йылдың 26-29 апрелендә була. Күпселек тауыштарҙы (63 процент) йыйып, АМК еңә, Милли партияға һайлаусыларҙың 21 проценты тауыш бирә.
1994 йылдың 9 майында Милли ассамблея КАР президенты итеп Нельсон Манделаны һайлай.
45 йыл самаһы дауам иткән апартеид осоро тамамлана.
Апартеидтан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Апартеид тамамланғас, ерле халыҡ белем алыу, дәүләт вазифаларын биләү, бизнес менән шөғөлләнеү хоҡуҡтарына эйә була. КАР-ҡа ҡаршы халыҡ-ара санкциялар бөтөрөлә, сит илдәрҙән инвестициялар ағымы килә. КАР-ға конкуренция өҫтөнлөгөн аҡ тәнлеләрҙең юғары профессиональ менеджменты һәм ҡара тәнлеләрҙең арзан эшсе көсө тәьмин итә. Шулай ҙа 2000—2007 йылдарҙа КАР-ҙа эшһеҙлек 25-30 процент тәшкил итә[11][12].
Апартеид бөтөрөлгәндән һуң илдә енәйәтселек, атап әйткәндә кеше үлтереүҙәр һаны, ҡырҡа арта, ҡорбандар араһында аҡ тәнлеләр ҙә, ҡара тәнлеләр ҙә күп була[13].
100 000 кешегә тура килгән кеше үлтереүҙәр һаны 1994-95 йылдарҙағы 66,9-ҙан 2005-06 йылдарға 39,5-кә тиклем кәмей[14].
АМК хөкүмәте эшкә алғанда ҡара тәнлеләргә өҫтөнлөк биреү программаһын тормошҡа ашыра. Ләкин ҡара тәнлеләр араһында юғары квалификациялы белгестәр әлегә аҙ. Ә аҡ тәнле белгестәр енәйәтселектең юғары кимәле арҡаһында илдән күпләп китә. 1995 йылдан 2008 йылға тиклемге арауыҡта апартеид бөтөрөлгән мәлгә КАР-ҙа йәшәгән дүрт миллиондан ашыу аҡ тәнленең 800 меңләбе илде ташлап киткән[15].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Форма с правильным произношением — апа́ртхейд — употребляется редко.
- ↑ apartheid (ингл.). Oxford Dictionary of English. OxfordDictionaries.comruen. Дата обращения: 14 ғинуар 2016. 2016 йыл 23 ғинуар архивланған.
- ↑ Goggin, G.ruen. Disability in Australia: Exposing a Social Apartheid : [англ.] / Goggin, G.ruen, Newell, C.. — UNSW Pressruen, 2005. — P. 18-20. — ISBN 0-86840-719-4.
- ↑ Южно-Африканская Республика . Дата обращения: 9 май 2014.
- ↑ Как евреи боролись за права чернокожих: Южная Африка. Дата обращения: 9 май 2014. 2014 йыл 23 февраль архивланған.
- ↑ Евреи против апартеида . Дата обращения: 9 май 2014.
- ↑ 7,0 7,1 http://www.inafran.ru/sites/default/files/news_file/kamati.pdf С. 30
- ↑ Links to documents (недоступная ссылка с 23-05-2013 (1018 дней))
- ↑ Дискриминация 2009 йыл 17 май архивланған.
- ↑ «Римский статут Международного уголовного суда, вступивший в силу в 2002 году, также предусматривает личную ответственность в международном суде» Britannica: Nonstate actors in international law
- ↑ Jobless growth.
- ↑ Евгений Ихельзон, Ярослав Малюта, Светлана Тучинская.
- ↑ Coloured homicide trends in South Africa Institute for Security Studies, March 2004.
- ↑ Crime, security in SA…by Lee Rondganger
- ↑ White flight from South Africa.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЮАР. 2011 йыл 6 июнь архивланған. Апартеид 2011 йыл 6 июнь архивланған.
- Становление и крушение системы апартеида в Южной Африке. Развитие ЮАР в 1990-е — начале XXI века(недоступная ссылка)
- Жуков Д. Апартеид. История режима
- Гармсон Б. Стив Бико и значение его личности в южноафриканском сопротивлении 2009 йыл 20 июнь архивланған.
- Международная конвенция о пресечении преступления апартеида и наказании за него (недоступная ссылка с 23-05-2013 (1025 дней) — история, копия)
- А. Ривз. Шарпевильский расстрел — водораздел в истории Южной Африки
- Shosholoza Песня борцов с апартеидом
- Апартеид 2010 йыл 6 февраль архивланған. — «Про ЮАР» сайтында
- Андрей МАНЧУК Страх и ненависть апартхейда 2011 йыл 3 декабрь архивланған.
- Смерть Манделы: какой станет ЮАР//Передача радиостанции «Эхо Москвы»