Эстәлеккә күсергә

Антиб

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Антиб
франц. Antibes
окс. Antíbol
Байраҡ[d]
Рәсем
Рәсми атамаһы Antibes[1]
Дәүләт  Франция
Административ үҙәге Центральный Антиб[d], Антиб-Биот[d], Антиб-3[d][2], Антиб-2[d][2] һәм Антиб-1[d][2]
Административ-территориаль берәмек Грас[d]
Сәғәт бүлкәте UTC 1:00[d] һәм UTC 2:00[d]
Статистическая область Q108921304? һәм Q3551094?
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Brague[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Mayor of Antibes[d]
Хөкүмәт башлығы Жан Леонетти[d]
Халыҡ һаны 75 130 кеше (1 ғинуар 2021)[3]
Ир-егеттәр 34 281[4]
Ҡатын-ҡыҙҙар 38 718[4]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 0 метр[5] һәм 163 метр[5]
Туғандаш ҡала Швебиш-Гмюнд[d], Кинсейл[d], Эйлат[d], Дезенцано-дель-Гарда[d], Архея-Олимбия[d], Ольборг, Ньюпорт-Бич[d], Ольборг (коммуна) һәм Красногорск ҡалаһы
Милке Jean Bunoz Sports Hall[d] һәм Гримальди замогы (Антиб)
Сиктәш Биот[d], Вальбонн[d], Валлорис[d] һәм Вильнёв-Лубе[d]
Майҙан 26,48 км²[6]
Почта индексы 06160[7] һәм 06600[7]
Электрон почта [email protected][8]
Рәсми сайт antibes-juanlespins.com[8]
Урынлашыу картаһы
Ежегодное количество свадеб 325[9][10], 365[10] һәм 345[10]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 9003
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Antibes[d]
Карта
 Антиб Викимилектә

Антиб (франц.Antibes, окс. Antíbol) — Францияның көньяҡ-көнсығышында Прованс — Альп — Зәңгәрһыу яр төбәгендәге коммуна, Диңгеҙ буйы Альптары департаменты, Грас округы, Антиб-1, Антиб-2 һәм Антиб-3 кантондары[11].

Коммунаның майҙаны — 26,48 км², халҡы — 75 820 кеше тәшкил итә[12][13] (2006) тотороҡлолоҡ тенденцияһы менән: 75 568 кеше[14] (2012), халыҡ тығыҙлығы — 2854,0 кеше/км² тәшкил итә.

Антиб — Францияның Зәңгәрһыу Ярындағы ҙурлығы буйынсы икенсе курорт ҡалаһы (Ниццанан һуң). Урта диңгеҙҙең Гаруп морононда Канны һәм Ницца ҡалалары араһында урынлашҡан. Төбәктә иң ҙур яхта порты. Антиб мороно (франц. Cap d'Antibes) Жюан-ле-Пен кварталы (франц. Juan-les-Pins) менән бергә бер адимнистратив берәмекте тәшкил итә.

Ҡалаға Антиполис (ҡаршыла урынлашҡан ҡала) исеме аҫтында беҙҙең эраға тиклем VI быуатта грек сәйәхәтселәре тарафынан нигеҙ һалына. Атамаһы ҡаланан бухта аша Никея (Ницца) ҡалаһы урынлашыуы менән бәйле була. Антиполис Массалия (хәҙерге Марсель) колонияһы кеүек барлыҡҡа килә. Рим империяһы ваҡыттарында ҡала Римдән Галлия юлында мөһим пункт була һәм төбәктең иң эре ҡалаларының береһенә әүерелә. Оҙаҡ ваҡыт ул яр буйында Марселдән алып Италияға тиклем нығытылған берҙән-бер ҡала була.

II быуатта ҡалала епископ кафедраһы ойошторола һәм ул Антигуль тип атала башлай, ә ваҡыт үтеү менән — Антиб тип атала. Урта быуаттарҙа ҡала Савойяға, ә 1481 йылдан — Францияға ҡарай.

2011 йылда халыҡ һаны — 75 176 кеше[15], ә 2012 йылда — 75 568 кеше[14].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
196219681975198219901999200620112012
354394754755960628597000572412758207517675568

Халыҡ һаны динамикаһы[12][16]:

Иҡтисады һәм транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туристик индустрия һәм күңел асыу индустрияһы ныҡ үҫешкән. Антиб 25 километрлыҡ ҡомло һәм ҡырсынлы пляждарға эйә. Ҡалала тимер юлы вокзалы бар.

Бынан тыш парфюмерия етештереү үҫешкән.

Шулай уҡ балыҡ эшкәртеү сәнәғәте һаҡланып ҡалған, һуңғы тиҫтә йылдарҙа ул һиҙелерлек кәмегән.

Форт Вобан һәм порттары

Антибта Зәңгәрһыу Ярҙың ҙур яхта порты (дөйөм тоннаж буйынса) урынлашҡан. Порт XX быуаттың алтмышынсы йылдарында рим гаваненың бер урынында төҙөлгән. Ғәмәлдә, бер порт түгел, биш порт — Вобан, Галис, Крутон, Оливетт, Салис порттары бар.

Антибтан алыҫ түгел София-Антиполис (ингл. Sophia-Antipolis) ғилми-тикшеренеү үҙәге, француз Силикон үҙәне аналогы урынлашҡан. Үҙәк 1969 йылда төҙөлгән.

2010 йылда 45 303 эшкә яраҡлы йәштәге кешеләрҙән (15 йәштән 64-кә тиклем) 33 823 иҡтисади яҡтан әүҙем, 11 480 — әүҙем булмаған кешеләр (әүҙемлек күрһәткестәре 74,7 процент, 1999 йылда — 69,4 процент). 33 823 әүҙем эшкә яраҡлы кешеләрҙән 29 866 кеше эшләгән (14 441 ҡатын-ҡыҙ һәм 15 425 ир-егет), 3957 эшһеҙ иҫәпләнгән (1896 ир-егет һәм 2061 ҡатын-ҡыҙ). Әүҙем булмаған эшкә яраҡлы граждандар араһында 4078 уҡыусы йәки студент, 3548 — хаҡлы ялда, ә тағы 3854 — башҡа сәбәптәр арҡаһында әүҙем булмағандар[17][18].

2010 йыл дауамында коммунала һалым түләүсе 37 115 йорт хужалығы иҫәпләнә, унда йәшәгән кешеләрҙең һаны 75 956,5. Шул уҡ ваҡытта килем медианаһы бер һалым түләүсегә 20 546 евро тәшкил итә[19].

2004 йылдың июнендә ҡалала беренсе водителһеҙ такси маршрутының эксперименталь линияһы эшләй башлай[20].

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Иҫке ҡала күренеше
Яр буйы тулҡыны
Баҙар

Ҡалала иҫтәлекле урындар күп. Улар араһында:

  • Форт Карре. 1565 йылда Антибтың төньяҡ өлөшөндә төҙөлгән. Дүрт мөйөшлө йондоҙ формаһында. XVIII быуатта был ҡәлғәне Людовик Ун дүртенсенең хәрби кәңәшсеһе Вобан төҙөткән, 1794 йылдың 8 авгусында бында Наполеон Бонапарт ябып ҡуйылған. Уға, Робеспьер яҡлыһы булараҡ, үлем язаһы янаған, әммә генерал Дюгомье судьяларҙы, Франция Наполоен кеүек һәләтле яугирын юғалтырға хоҡуғы юҡ, тип күндергән. Наполеонды ярлыҡайҙар
  • Гримальди һарайы. XII быуатта рим нығытмалары урынында нигеҙләнгән. Урта быуат епископ резиденцияһы була. 1385 йылдан 1608 йылға тиклем уға Гримальди йорто хужа була, улар XVI быуатта һарайҙы хәҙерге күләменә тиклем киңәйтә. 1925 йылда ярым емерек ҡоролманы аукциондан Антиб муниципалитеты һатып ала һәм музейға әйләндерә. Һарай Пабло Пикассо исеме менән бәйле[21]. 1946 йылда билдәле рәссам эшләү өсөн иркен бина эҙләй, уға ҡала властары Гримальди һарайын тәҡдим итә. Пикассо унда ярты йыл эшләй һәм ҡунаҡсыллыҡтары өсөн рәхмәт йөҙөнән «Ночной лов рыбы в Антибе», башҡа бик күп һүрәттәр, эскиздар бүләк итә, улар Пикассо музейының нигеҙе булып тора. Хәҙер уның күргәҙмәләрендә Леже, Модильяни, Пикабиа эштәре ҡуйыла. Музей менән йәнәш Миро, Пажес, Арман, , Ришье скульптуралары урынлашҡан. Пикассо музейы иң романтик донъя музейҙары исемлегенә индерелгән[22].
Антиб пляжы
  • Диңгеҙ буйында оборона ҡоролмалары ҡалдыҡтары бар. Антиб оҙаҡ ваҡыт нығытылған яр буйы ҡалаһы була. Был нығытмаларҙың иң мөһиме —Сент-Андре бастионы. Унда археологик музей урынлашҡан. Бастионға Амираль де Грасс променады алып бара, унан матур күренеш асыла.
  • Иммакуле-Консепсьон сиркәүе, сәскәләр паркы, ябыҡ баҙар.
  • Antibes Land күңел асыу паркы[23].

Антиб менән бер нисә билдәле яҙыусылар исеме бәйле. Бында Жак Одиберти тыуған, Фрэнсис Скотт Фицджеральд үҙенең «Ночь нежна» романында Cap Eden Du-Roc ҡунаҡханаһын һүрәтләгән. Яҙыусы Никас Казантзакис Антибта йәшәгән һәм «Алексас Зорбас» романын ижад иткән, был әҫәр буйынса 1964 йылда Голливудта фильмы төшөрөлгән. Үҙ ғүмеренең һуңғы сиреген (1966 йылдан 1991 йылға тиклем) Антибта инглиз яҙыусыһы Грэм Грин үткәргән. Билдәле кешеләр араһында, ҡунаҡханаға төрлө ваҡытта килгәндәр араһында Марлен Дитрих, герцог һәм герцог ҡатыны Виндзорскийҙар, Вуди Аллен, Карл Лагерфельд, Тим Бертон, Джонни Депп була[24]

Антиб мороно диңгеҙҙә 4 километрға һуҙылған. Эксклюзив ял зонаһы һанала, бында бик күп хәҙерге заман бай кешеләренең виллалары урынлашҡан. Шулай уҡ моронда иҫтәлекле урындар күп.

Мороно менән был төр Жюан-ле-Пен

Курорт ҡалаһына XIX быуат аҙағында нигеҙ һалынған. Административ яҡтан Антиб составына инә. Гольф-Жюан ҡултығында, Антиб һәм Круазетта морондары араһында урынлашҡан.

Был урынды курорт сифатында популярлаштырыу королева Викторияның улы — герцог Олбануиға ҡайтып ҡала.

Яр буйында 1815 йылда Эльба утрауынан һөргөндән үҙенең йөҙ көнлөк хакимлығына Парижға ҡайтып барғанында Наполеондың булып китеүе тураһында иҫтәлекле билдә ҡуйылған (см. Дорога Наполеона).

1883 йылдан ҡалала үҙенең тимер юл вокзалы була.

  • «Большая энциклопедия в 62 томах». Том 3. М. «Терра». 2006. ISBN 5-273-00432-2
  • Якубова Н. И. Лазурный Берег. — М.: Вокруг Света, 2003. — ISBN 5-98652-046-7.
  • Йон Н. Французская Ривьера. Монако, Ницца, Канны. Путеводитель с мини-разговорником. — М.: Polyglott, Дубль В, 2001. — ISBN 5-8293-0039-7.
  1. https://www.insee.fr/fr/information/3363419
  2. 2,0 2,1 2,2 https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
  3. Populations légales 2021Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2023.
  4. 4,0 4,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
  5. 5,0 5,1 база данных о французских коммунахНациональный географический институт Франции, 2015.
  6. база данных о французских коммунахНациональный географический институт Франции.
  7. 7,0 7,1 Base officielle des codes postauxLa Poste, 2018.
  8. 8,0 8,1 https://lannuaire.service-public.fr/provence-alpes-cote-d-azur/alpes-maritimes/mairie-06004-01
  9. http://www.antibes-juanlespins.com/administration/open-data/citoyennete/mariages
  10. 10,0 10,1 10,2 https://trouver.datasud.fr/dataset/mariages-celebres-a-la-ville-dantibes-juan-les-pins
  11. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  12. 12,0 12,1 Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «INSEE-06» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  13. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  14. 14,0 14,1 Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «INSEE-12» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  15. Численность населения в 2011 году (фр.). INSEE. Дата обращения: 10 август 2015.
  16. Население коммуны Антиб (фр.). cassini.ehess. Дата обращения: 10 август 2015.
  17. Base chiffres clés: emploi — population active 2010 (фр.). INSEE. Дата обращения: 10 август 2015. (последние данные приведены за 1999 год, временная занятость учтена частично)
  18. Base chiffres clés: emploi - population active 2010 (фр.). INSEE. Дата обращения: 10 август 2015. (последние данные приведены за 1999 год, временная занятость учтена частично)
  19. Revenus fiscaux des ménages en 2010 (фр.). Облагаемые налогом доходы домашних хозяйств (2010). INSEE. Дата обращения: 10 август 2015. Примечание: дети и внуки, которые проживали в двух местах учтены как 0,5 человека. Глава домашнего хозяйства — один налогоплательщик (НП), другие взрослые члены семьи — по 0,5 НП, дети до 14 лет — по 0,3 НП.
  20. Легендарные отели Лазурного берега.

Ҡалып:Коммуны департамента Приморские Альпы Ҡалып:Лазурный Берег