Эстәлеккә күсергә

Алсынбаев Мөхәммәт Алсынбай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алсынбаев Мөхәммәт Алсынбай улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1903
Тыуған урыны Ыҫтамғол, Урал ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы
Вафат булған көнө 1968
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Алсынбаев Мөхәммәт Алсынбай улы (рус. Алсынбаев Мухамет Алсынбаевич; 19031968) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкының хәрби ашатыу взводы повозочныйы. Гвардия ҡыҙылармеецы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры[1].

Мөхәммәт Алсынбай улы Алсынбаев 1903 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Учалы районы) Ыҫтамғол ауылында тыуған.

1942 йылда Учалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкындағы хәрби ашатыу взводы повозочныйы булып хеҙмәт итә[2].

Подразделениеның 1943 йылдың 10 октябрендә иғлан ителгән 83-сө бойороғона ярашлы:

« Гвардия ҡыҙылармеецы Алсынбаев Мөхәммәт Алсынбай улы 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкының хәрбиҙәрҙе ашатыу буйынса взвод повозочныйы, рейд барышында дошмандың туҡтауһыҙ артиллерия уты аҫтында алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙы өҙлөкһөҙ һәм ваҡытында ашатыу ойошторҙо. 1903 йылғы, башҡорт, ВКП (б) ағзалығына кандидат, 1942 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында, әлегә тиклем награда алмаған[2] »

«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалына лайыҡ булды.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (10.10.1943)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (21.06.1945)[3]

Алсынбаев Мөхәммәт Алсынбай улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Учалы районы Ыҫтамғол ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.